Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль , 23:20

Килен төштө ауылға!

Әбештең аҫыл егеттәренең береһе Фаил һәм Аҡъяр һылыуы Лилиә Илембәтовтарҙың йәш ғаиләһе барлыҡҡа килде. Ҡотлайбыҙ!

Килен төштө ауылға!
Килен төштө ауылға!
Ырыҫың менән кил, килен !

Йәйҙең сәскәгә күмелгән иң гүзәл мәлендә ауылыбыҙға йәм өҫтәп килен төштө! Әбештең аҫыл егеттәренең береһе Фаил һәм Аҡъяр һылыуы Лилиә Илембәтовтарҙың йәш ғаиләһе барлыҡҡа килде. Ҡотлайбыҙ!

Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе Йәмил һәм Рәзилә Илембәтовтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән Фаил бар яҡтан да килгән. Егәрле, һәләтле, аҡыллы, ауылдың киләсәге өсөн янып йәшәй. Ә Лилиә киленебеҙ нәзәкәтле, һылыу, ысын башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булғансы, һөйкөмлө. Улар икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр.
Йола буйынса, ап -аҡ меңдәргә баҫтырып каршы алғас, киленгә һыу юлы күрһәтелде. Һынатманы килен! Төшкән ереңә таштай, ҡомдай бат, төклө аяғың менән, килен!

#СелоБольшеабишево
#ГодСемьи
Автор:
Читайте нас: