Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль , 16:56

Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре хәйбуллалар менән осрашты

Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим
Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу мөһим

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова билдәләүенсә, муниципалитет органдары вәкилдәре халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә һәр ваҡыт әҙер. «Районда төрлө тармаҡтарҙа проблемалар етерлек. Граждандар район хакимиәтенә килеп кенә түгел, социаль селтәрҙәр аша ла мөрәжәғәт итәләр. Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән ойошторолған бөгөнгө осрашыу ҙа һөҙөмтәле һәм файҙалы булыр тип ышанабыҙ. Һәр бер һорау яҙып алынасаҡ һәм артабан уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ», – тине үҙенең сығышында Роза Раузат ҡыҙы.

Артабан сара май айында уҙған осрашыуҙа күтәрелгән һорауҙар буйынса аңлатмалар һәм яуаптар биреү менән дауам итте. Улар менән Хәйбулла районы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Илүзә Кәримова таныштырҙы. 

Халыҡтың һорауы буйынса, быйыл көҙ оло йәштәгеләр өсөн компьютер курстары үҙ эшен яңынан башлаясаҡ. «Алтын быуын» халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәте буйынса, социаль хеҙмәттәр алған граждандарҙы алып йөрөү өсөн район хакимиәте тарафынан автомобиль бүленә. Иләс ауылында йәшәгән хәрби хәрәкәттәр ветеранының йортона газ үткәреү буйынса ла һорау ҡарала, көҙгөһөн өйҙө “зәңгәр яғыулыҡҡа” тоташтырыу күҙаллана. Бүребай ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға ҡулдың косметик протезы алынған, әлегә бионик протезды алыуға заявка бирелгән.

Район медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында йыл дауамында мәктәп уҡыусылары, Башҡорт медицина университеты, Сибай һәм Гай медицина колледждары студенттары менән осрашыуҙар уҙғарылған. 2020 йылдан 28 йәш белгес район медицина учреждениеларына эшкә алынған. Быйыл сығарылыш уҡыусыларына медицина уҡыу йорттарына инеүгә ике маҡсатлы йүнәлтмә (педиатрия һәм дауалау эше һөнәрҙәре буйынса квоталар) бүленгән.

Хәйбулла районының алыҫ тораҡ пункттарына Аҡъярҙан автобус маршруттары һаҡланған. Бының өсөн муниципаль бюджеттан 4 миллион һум бүленгән. Ауылдарҙа йәшәүселәрҙең фекерен иҫәпкә алып, автобустар хәрәкәте ваҡыты  үҙгәртеләсәк. Бөгөн “D” категориялы водителдәрҙең етмәүе ҡатмарлы мәсьәлә булып ҡала. Автотранспорт предприятиеһы штаты 50 процентҡа ғына тулы. Маршруттарҙы өҙлөкһөҙ хеҙмәтләндереү өсөн водителдәр талап ителә. Был мәсьәләләр «Башавтотранс» предприятиеһы филиалының Баймаҡ АТП-һы вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы кәңәшмәлә ҡаралған һәм артабан да ошо теманы контролдә тотола.

Йәнтеш ауылы халҡының төнгө ваҡытта яҫы таш сығарыу буйынса ябыҡ карьерҙы эшкәртеү тураһында мөрәжәғәттәре буйынса тикшереү үткәрелгән. Яҫы таш  сығарыу факты раҫланмаған. 2020 йылда «Каменный край» предприятиеһының таш сығарыуға лицензияһы тупаҫ боҙоуҙар өсөн тартып алына.

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты. Быйыл Хәйбулла районынан 49 «көмөш йәштәге» турист өсөн «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә Урал аръяғының туристик объектарына, шул иҫәптән Абҙаҡ тау саңғыһы курорты аквапаркына, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов музейына, «Яҡтыкүл» шифаханаһына экскурсия ойошторола.  Ошо программа ярҙамында тағы ла 50 кеше «Торатау» геологик паркына, Мәләүез районында баҡыр иретеү заводы биләмәһенә һәм Воскресенское ауылындағы картиналар галереяһына барыу ойошторолдо. Киләсәктә Ҡаҙағстан, Белоруссия, Үзбәкстан, Абхазия республикаларына сәйәхәт итеү өсөн өҫтәмә квоталар бүлеү ҡарала.

Бүребай ауылы янында Таналыҡ йылғаһы үҙәнен ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартыу мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Янғын хәүефһеҙлеге. «Тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен кәметеү һәм эҙемтәләрен йомшартыу» дәүләт программаһы сиктәрендә Хәйбулла районы ауыл биләмәләре йыл һайын яңы янғын прицептары менән тулылана. Прицептар маневрлы, функциональ, кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған һәм шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереүҙә ябай булыуы менән айырылып тора. Алыҫтағы бәләкәй тораҡ пункттар өсөн ҡулай вариант.

Бүребай һәм Аҡъяр урамдарына ҡырсынташ түшәү. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Бүребай ауылын төҙөкләндереү буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Былтыр 13,5 саҡрым самаһы урамға ҡырсынташ түшәү буйынса эштәр башҡарылған. Быйыл был күрһәткес 5 саҡрымға еткән. Бынан тыш, күптән түгел комбинат 1,5 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда ауылдың социаль объекттары эргәһендәге парковкаларға, шул иҫәптән мәктәп, «Таусы» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, мәсет, сиркәү һәм ҡайһы бер сауҙа объекттары туҡталҡаларына ҡырсынташ түшәгән.

Аҡъяр ауылында урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын ремонтлау буйынса территориаль заказ сиктәрендә эштәр дауам итә. Вәхитов (оҙонлоғо 270 метр) һәм Туҡай (яҡынса 250 метр) урамдарында юл участкаларына асфальт түшәлгән. Әҙеһәмов урамына һәм З.Биишева урамының участкаһына асфальт һалыу буйынса эштәр башланған. Яҡын арала Әҙеһәмов һәм Вәхитов урамдары араһындағы тыҡрыҡты ремонтлау эштәрен тамамлау һәм 3-сө мәктәп алдында туҡталҡа булдырыу планлаштырыла. 2024 йылда районда дөйөм оҙонлоғо 10 км ашыу булған урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарына асфальт түшәү планлаштырыла.

Яһалма япмалы спорт стадионы төҙөү мәсьәләһе. Район йыйылма командаһы ҡатнашлығында футбол матчтарын үткәреү һәм Хәйбулла районы территорияһына башҡа йыйылма командаларҙы йәлеп итеү өсөн яһалма япмалы спорт стадионы төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Йыл һайын документтар төрлө федераль программаларға тапшырыла. Әлегә ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтәләр юҡ.

Сараның икенсе өлөшөндә палата вәкилдәре районды үҫтереү буйынса борсоған һорауҙарҙы һәм башланғыстарҙы тыңланы, шулай уҡ ошо мәсьәләләр буйынса консультациялар бирҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Аҡъяр-Өфө ҡалаһы маршруты буйынса автобустар йөрөтөүҙе тергеҙеү, хаҡлы ялдағылар өсөн физкультура менән шөғөлләнеүгә бина кәрәклеге, 2-се Аҡъяр мәктәбенең фасадын ремонтлау һәм уның тирәһендәге тротуарҙарға һыу баҫыу проблемаһы буйынса мөрәжәғәттәр менән сығыш яһаны. Ҡайһы бер һорауҙарға яуап шунда уҡ бирелде, ә ҡайһыларына киләһе осрашыуға ҡарай яуап әҙерләнәсәк.

Сараның төп өлөшө тамамлағандан һуң, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы булдырыу, грант конкурстарына ғаризалар әҙерләү буйынса уҡытыу һәм әҙер проекттарҙы тиҙ арала ҡарауҙы үткәрҙе һәм кәңәштәр бирҙе. 

Комментарий:

Данияр Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе:

 –Ике ай эсендә хәйбуллалар менән икенсе тапҡыр асыҡ диалог форматында осрашыу уҙғарҙыҡ. Майҙа йыйылған һорауҙар буйынса дәүләт власы органдарынан яуаптар алдыҡ һәм улар менән халыҡты таныштырҙыҡ. Бөгөн осрашыуҙа асыҡтан-асыҡ диалог булдырылды һәм йәнә яңы мөрәжәғәттәр яҙып алдыҡ, ә ҡайһы бер һорауҙарға шунда уҡ яуап бирелде. Бынан тыш, коммерция булмаған ойошмалар булдырыу, гранттарға нисек заявка яҙыу, район халҡының проблемаларын хәл итеүгә финанс сараларҙы йәлеп итеү өсөн проектығыҙ еңһен өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге буйынса Йәмәғәт палатаһы ағзалары тарафынан уҡытыу ойошторолдо. Башҡа райондар менән сағыштырғанда, Хәйбулла районында ҡайһы бер социаль инфраструктура мәсьәләләре тау сәнәғәте предприятиелары бүлгән өҫтәмә финанс ярҙамы булышлығында хәл ителә. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙың торошо буйынса проблемалар булыуы мәғлүм, улар хәл ителер тип ышанабыҙ. Әүҙем граждандар биргән һорауҙар буйынса эш итәбеҙ, уларҙы ҡарау менән Хәйбулла районы Йәмәғәт палатаһы, республика дәүләт органдары шөғөлләнә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: