Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июль , 00:37

Яугир яҡташыбыҙ һеңлеһенә көтөлмәгән бүләк яһаған

   

Яугир яҡташыбыҙ һеңлеһенә көтөлмәгән бүләк яһаған
Яугир яҡташыбыҙ һеңлеһенә көтөлмәгән бүләк яһаған

Көйөргәҙе районынан «Альба» позывнойлы яугир һеңлеһенә көтөлмәгән бүләк яһаған. Яҡташыбыҙ ялға ҡайтҡан. Ул ҙур сәскә гөлләмәһе тотоп, туғанының эш урынына килгән. Көтөлмәгән осрашыуҙан ҡатын күҙ йәштәрен тыя алмаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була.

Тулыраҡ мәғлүмәтте республика халҡы ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса шылтыратып, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә мөмкин. Һайлап алыу пунктының номеры  (347) 248-29-31. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: