Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июль , 00:39

Салауат Юлаев исемендәге батальон офицеры Суворов миҙалы менән бүләкләнде

  

Салауат Юлаев исемендәге батальон офицеры Суворов миҙалы менән бүләкләнде
Салауат Юлаев исемендәге батальон офицеры Суворов миҙалы менән бүләкләнде

Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон командиры урынбаҫары, «Симба» позывнойлы майор Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хоҡуҡ тәртибен нығытҡан, дәүләт именлеген тәьмин иткән һәм хәрби бурыстарҙы үтәгәндә башҡа хеҙмәттәре өсөн дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре диверсия-разведка төркөмдәрен эҙләү һәм зарарһыҙландырыу менән шөғөлләнә, улар ҡорал һаҡлағыстарҙы, йәшерен урындарҙы таба.

«Симба» 18 махсус операцияға етәкселек иткән һәм үҙе лә ҡатнашҡан, улар барышында енәйәт ҡылыуҙа шик тыуҙырған 17 граждан ҡулға алынған, 12 йәшерен урын табылған, төрлө системалы һәм калибрлы һигеҙ берәмек атыу ҡоралы, 2 меңдән ашыу боеприпас, 40 ҡулдан эшләнгән граната, өс килограмдан ашыу шартлатҡыс матдә тартып алынған. Шул уҡ ваҡытта майор хәрби юғалтыуҙарға юл ҡуймаған, бөтә бурыстар ҙа аныҡ һәм теүәл үтәлгән.

«Бер командала эшләйбеҙ. Был беҙҙең эштә бик мөһим. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә хәрби полиция, комендатура, ФСБ, оборона министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бынан тыш, тыуған яҡтың ярҙамын тоябыҙ, шуның өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм ҡояшлы республикабыҙ халҡына рәхмәт», — тине «Симба» «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына.

 
 
Фото:майор «Симба»ның шәхси архивынан
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: