Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль , 22:37

Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаты

    

Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаты
Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаты

Һамар өлкәһендә «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй ғаилә ижады фестивале үтте. Сарала тотош илдән Рәсәй халыҡтарының төрлө жанрҙағы (халыҡ йыры һәм музыкаһы, традицион мәҙәниәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәт) традицияларын һаҡлаған һәм популярлаштырған 23 ғаилә ансамбле һәм 12 һөнәрселек династияһы ҡатнашты.

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә Башҡортостан исеменән Ғафури районы Сәйетбаба ауылының «Бай» ғаилә халыҡ ансамбле сығыш яһаны. Ансамбль һигеҙ кешенән тора, төркөмдөң иң йәш ағзаһы Илсурға – 10, ә иң олоһо Хәтмулла Лотфулла улына – 72 йәш.

Төркөм етәксеһе Илһам Байбулдин ҡурайҙа, думбырала оҫта уйнай. Яҡташыбыҙ өзләү һәм милли ҡоралдар эшләү оҫтаһы ла, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ сәсәне һәм халыҡ оҫтаһы тигән исемдәре бар.

Сағыу, һәләтле Байбулдиндар ғаиләһе «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаты булды һәм диплом, рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Фестиваль илдең Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән халыҡ сәнғәте өлкәһендәге ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант аҡсаһына үтте. 

Фото:Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: