Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июль , 16:48

Баҡал ауылы ирекмәндәре эшләгән маскировкалау селтәре хәрби техниканы һаҡлай

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙан рәхмәт сәләме килгән

Баҡал ауылы ирекмәндәре эшләгән маскировкалау селтәре хәрби техниканы һаҡлай
Баҡал ауылы ирекмәндәре эшләгән маскировкалау селтәре хәрби техниканы һаҡлай

Баҡал төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, битараф булмаған ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре эшләгән  ике маскировкалау селтәрен  ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан яугирға тапшырғандар. Әле һалдаттан фотоотчет килгән.  Маскировкалау селтәре ҙур хәрби техниканы дошман күҙенән йәшереү өсөн файҙаланыла икән.

“Махсус хәрби операция зонаһында  бөтә төр ярҙам да кәрәк. Яугирҙар алғы һыҙыҡта беҙҙе һаҡлай, ә беҙҙең бурыс –улар тураһында хәстәрлек күреү.  Яугирҙарға СВО-ға ебәрелгән бөтә ярҙам да  уларҙың ғүмерен һаҡлауға, хәрби хеҙмәтте лайыҡлы үтәргә ярҙам итә”,--тиеп яҙалар БаКаЛоВсКиЕ   төркөмөндә.

https://vk.com/club15064108

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: