Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль , 14:24

Шифаханаға путевка үҙ эйәһен тапты

Төп призды Аҡъярҙан Раил Баймырҙин  отто

Шифаханаға путевка үҙ эйәһен тапты
Шифаханаға путевка үҙ эйәһен тапты

2024 йылдың икенсе ярты йыллығына бер юлы «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» район гәзиттәренә яҙылыусылар араһында үткәрелгән отош уйынына йомғаҡ яһалды. Унда бөтәһе 21 кеше ҡатнашты. Әйткәндәй, еңеүсене ике телдәге “районка”ға яҙылып, отош уйынында ҡатнашыусы тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ билдәләнде.  

Был юлы төп приз - ете көнлөк путевканы Аҡъяр ауылынан Раил Һәм Дания Баймырҙиндар ғаиләһе отто. Улар Сибай ҡалаһында урынлашҡан “Урал аръяғы” шифаханаһында сәләмәтлектәрен нығытып, ял итеү мөмкинлегенә эйә булды. Әйткәндәй, Раил Зәйнулла улы 40 йыл редакцияла водитель,  типографияла баҫма машинкаһын һәм линотибын көйләүсе, типограф булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Баймырҙиндар  ике телдәге район гәзитен даими алдыра. Был путевка улар өсөн көтөлмәгән бүләк булды.

Үҙ сиратыбыҙҙа Баймырҙиндар ғаиләһен ҡотлайбыҙ һәм шифаханала матур ял теләп ҡалабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: