Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль , 14:53

Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар!

Хәйбулла районында  матур, күркәм һәм йәштәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙе тәбрикләү  матур йолаға әүерелгән

Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар!
Әле лә матурҙар, әле лә күркәм пар!

Матур, күркәм һәм йәштәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙе тәбрикләү  матур йолаға әүерелгән.

Аллаға шөкөр, районда  күркәм парҙар, матур балалар үҫтергән,  донъяларын сыньяһау итеп тотҡан ғаиләләр күп. Бына  байрам көнөндә лә  әүҙем тормош алып барған,  ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыуҙа өлгө булып торған 16 ғаилә муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Ә бына “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән Ивановка ауылынан Сергей Петрович һәм Галина Ивановна бүләкләнде.  Бөтә был ғаиләләр ҙә һоҡланғыс. Улар данлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән, матур балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр һәм, иң мөһиме,  бөгөн дә  райондың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Был парҙар ысынында бөтә ваҡытта ла данланған  мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: