Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль , 10:14

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Әбүбәкер ҡыҙҙары ашҡынып ҡайтты ауылына

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға
Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Әбүбәкер ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамы үтте.

"Ауылға байрамға ҡайтҡан ҡыҙҙарыбыҙ буш ҡул менән килмәгәндәр, Мәҙәниәт йортона уҡ - һаҙаҡ бүләк итеп ҡыуандырҙылар. Ҙур рәхмәт һеҙгә ауылыбыҙҙың аҫыл ҡыҙҙары. Оҫта баянсыларыбыҙ Ғәлимйән Ультраков һәм Айтуған Билалов байрамды баян моңо менән биҙәнеләр. Йыр - моңга һыуһап ҡайтҡан ҡыҙҙарыбыҙ баянға ҡушылып йырлап, рәхәтләнеп бейеп күңел астылар. Байрамға ҡайтҡан ҡыҙҙарыбыҙ уҡтан атыу, көйәнтәләп һыу ташыу, тоҡ кейеп йүгереү , көршәк ватыу кеүек халыҡ уйындарында ихлас ҡатнаштылар. Матур байрам сараһы ваҡытында Рыжовтар ғаиләһенә килен төштө. Осрашыуға ҡайтҡан ауыл ҡыҙҙары йәш киленгә һыу юлы күрһәтеп, үҙҙәренең йәш саҡтарын иҫләп алдылар .Яңы ғына тыуып торған йәш ғаиләгә бәхет теләнеләр. Ҡыҙҙарыбыҙ Ветерандар аллеяһын күреп сыҡҡандан һуң, , һуғыш ветерандары һәйкәленә сәскәләр һалдылар. Ауылыбыҙ мәсетендә әруахтарға бағышлап аят уҡыттылар. Байрам сараһы Мәҙәниәт йортонда, ауыл ҡатын - ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән бай табын артында дауам итте. Артабан һәр урам ҡыҙҙарының парады, бүләкләүҙәр, ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы. Ә инде кисен мәҙәниәт йортонда ,,Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер, исемле бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде.  Концерттан йыйылған аҡса, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан "Зак" ҡушаматлы егетебеҙгә дрон алырға ярҙамдан ебәреләсәк.
Байрамға аҫмалы күперҙе матур итеп биҙәп ҡуйған Ташлы урамы ҡатын - ҡыҙҙарына, байрамға ҡайтҡан ҡыҙҙарыбыҙҙы, урамда тәмле сәйҙәре менән һыйлаған Фәниә һәм Гөлгөл Билаловалар, Минсылу Солтановаға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ", - тип яҙа әбүбәкерҙәр.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: "Айыҡ ауыл 2022 - Абубакировский СМФК"

Автор:
Читайте нас: