Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль , 12:09

Акъюл ауылы егеттәре өмәгә сыҡты!

Күмәкләшеп ауылдың фельдшер акушерлыҡ пунктының ҡыйығын алыштырып, ябып ҡуйҙылар. 

Акъюл ауылы егеттәре өмәгә сыҡты!
Акъюл ауылы егеттәре өмәгә сыҡты!

- Күмәкләшеп ауылдың фельдшер акушерлыҡ пунктының ҡыйығын алыштырып, ябып ҡуйҙылар. Берҙәм эшләгән эш ҡарышманы, эштәре ыңғай булды. Фап менән мәсет бер ҡыйыҡ аҫтына алынып, ауылдың йәменә әүерелде. Финанс яҡтан ярҙам иткән Хайбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповҡа, уның ярҙамсыларына, өмә ойошторған Аҡъюл ауылы фельдшеры Мөнирә Мәүлитдин ҡыҙына, өмәлә ҡатнашҡан егеттәргә оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Һәр саҡ шулай берҙәм, дәррәү булайыҡ! - тип яҙа аҡъюлдар.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас: