Федоровка ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәйге уттай эш мәлендә лә ваҡыт табып, СВО-ла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн именлек беләҙеге эшләй.
“Беләҙектә ныҡлы нейлон ептән биш метрлыҡ бау үрелгән. Ул 250 килограмға тиклем ауырлыҡҡа сыҙай. Уны ҡан килеүен туҡтатыр, йөктө беркетер өсөн, яралыны ҡотҡарыу йәки бау урынына ҡулланырға мөмкин. Беләҙекте һүтеү өсөн бер нисә секунд ваҡыт етә, шунан һуң уны шунда уҡ кәрәк булған осраҡта ҡулланырға мөмкин», - ти мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.