ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2024, 06:15

Яҡташыбыҙ Изге Георгий ордены менән бүләкләнде

"Хонда" позывнойлы Хәйбулла егетен хәрби наградаһы менән ҡотлайбыҙ

Яҡташыбыҙ Изге Георгий ордены менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ Изге Георгий ордены менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Изге Георгий ордены менән бүләкләнде

Махсус хәрби операция биләмәһендә  Хәйбулла яугирҙары батырлыҡ күрһәтә.

Әле хәрби наградалар һаны тағы ла артты. “Хонда” позывнойлы Хәйбулла егете  Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән  махсус хәрби операция ваҡытында  күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн IV дәрәжә Изге Георгий ордены айырым билдәһе менән наградланды.

Яугир  бер йылдан ашыу  МХО-ла хәрби бурысын үтәй. Яу барышында ҡаты яралана һәм  дауаланғандан һуң, ҡайтанан хеҙмәт урынына юлланды.

Яҡташыбыҙҙы хәрби наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Имен-һау һәм еңеү менән ҡайт, “Хонда”!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас