ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2024, 08:14

Ура, һалдат ҡайтты хеҙмәтен тултырып!

Атингән ауылында Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан һалдат Илдар Үҙәнбаевты ҡаршы алдылар

Ура, һалдат ҡайтты хеҙмәтен тултырып!Ура, һалдат ҡайтты хеҙмәтен тултырып!
Ура, һалдат ҡайтты хеҙмәтен тултырып!

Атингән ауылында Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан һалдат Илдар Үҙәнбаевты ҡаршы алдылар. 

Атингән  ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы егетте  ҡаршылағанда боронғо йоланы үтәне. Элек  һалдатты  әрмегә йәки һуғышҡа оҙатҡанда  уның имен-һау ҡайтыуын теләп, икмәк тешләткәндәр. Бер йыл элек Илдар  әрмегә киткәндә тешләгән икмәк телеме лә уның  именлектә ҡайтыуына ҡәҙерләп һаҡланған ине.  Ә һалдаттың яҡындары иһә  шатлыҡтан  ҡорбан салып, улдарын ҡыуанып ҡаршы алды. Аят табынында  махсус хәрби операция тиҙерәк бөтөүен,  егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуына бағышлап, аят-доғалар уҡылды.

Антинганский СДК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас