Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан яугирҙарҙың район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрпов менән осрашыуы матур традицияға әүерелгән.
Был юлы өс егет үҙ хеҙмәте, хәрби көнкүреш шарттары, гуманитар ярҙамға мохтажлыҡ һәм башҡа мәсьәләләр буйынса әңгәмә ҡорҙо. Әйткәндәй, өс хәрби ҙә күп балалы атайҙар. Уларҙы өйҙә яҡындары ҡыуанып көтөп алды. “Яугирҙар менән ғорурланабыҙ. Улар бер ҡасан да һис нимәгә зарланмайҙар һәм еңеү өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Ватанды һаҡлаусыларға хәрби батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ –район һәм республика ғорурлығы, йәш быуын өсөн үрнәк. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға ярҙам итергә һәм тылды һаҡларға тырышабыҙ”,--тине Рөстәм Динислам улы.