ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2024, 11:48

Эҫе көндәрҙе нисек хәүефһеҙ үткәрергә?

Эҫе көндәр һаулыҡҡа етди йоғонто яһай.

Эҫе көндәрҙе нисек хәүефһеҙ үткәрергә?Эҫе көндәрҙе нисек хәүефһеҙ үткәрергә?
Эҫе көндәрҙе нисек хәүефһеҙ үткәрергә?

☀ Эҫе көндәр һаулыҡҡа етди йоғонто яһай. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә эҫе көндәрҙе хәүефһеҙ үткәреү тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

▫ Тәнегеҙгә тын алырға мөмкинлек биргән еңел һәм тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем кейегеҙ.

▫ Һыу эсеү режимын һаҡлағыҙ. Етерлек күләмдә һыу йәки йәшел сәй эсегеҙ. Татлы газлы һыуҙан һәм кофенан баш тартығыҙ – улар организмдан һыуҙы ҡыуа.

▫ Оҙаҡ ваҡыт ҡояш нурҙары аҫтында йөрөүҙән һаҡланығыҙ. Иң ҡурҡынысы — сәғәт 11-ҙән 16 сәғәткә тиклем ҡояш аҫтында булыу.

▫ Ҡояштан һаҡланыу саралары ҡулланығыҙ һәм эҫе теймәһен өсөн баш кейемен һалмағыҙ.

▫ Күберәк йәшелсә, емеш-еләк, әсе һөт ризыҡтары һәм балыҡ ашағыҙ. Майлы аҙыҡты сикләгеҙ.

▫Һауа температураһы юғары булғанда әүҙем спорттан баш тартығыҙ. Физкультура менән бина эсендә генә шөғөлләнегеҙ.

▫ Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән интегәһегеҙ икән, хәлегеҙҙе етди контролдә тотоу һәм табиптың кәңәштәрен үтәү мөһим.

❗Әгәр ауыртыу билдәләре йәки һаулығығыҙҙа үҙгәрештәр һиҙһәгеҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күреү — тулы ҡанлы тормош алып барыу нигеҙе!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас