Муниципаль район хакимиәтендә тантаналы шарттарҙа 8 Әсәгә лайыҡлы наградалар—“Әсәлек даны” миҙалдары тапшырылды.
“Был әсәйҙәр оло рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Уларҙың хәстәрлекле ҡулында тормоштағы иң мөһиме –үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү һәм үҫтереү бурысы ята. Ә балалар иһә район, республика һәм Ватаныбыҙ киләсәге. Әсәйҙәрҙең һәр береһе оло хөрмәткә лайыҡ. Был гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар ишле балалар тәрбиәләүҙән тыш, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп, йәмғиәтебеҙгә файҙа килтерә”,--тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов миҙалдарҙы тапшырғанда.