ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2024, 05:58

Әбештәргә тәҡдим генә булһын, һә тигәнсе эшләйҙәр!

Әле ауыл халҡы зыҡ ҡубып,  ауылды төҙөкләндерә

Әбештәргә тәҡдим генә булһын, һә тигәнсе эшләйҙәр!Әбештәргә тәҡдим генә булһын, һә тигәнсе эшләйҙәр!
Әбештәргә тәҡдим генә булһын, һә тигәнсе эшләйҙәр!

"Айыҡ ауыл 2023" республика конкурсында еңеп, дүрт миллион һум аҡса алған Оло Әбеш ауылы халҡы, ул аҡсаға нимә эшләйбеҙ, тигән һорауға: “Ауыл уртаһында балаларға уйнау өсөн һәм спорт менән шөғөлләнергә матур итеп майҙансыҡ эшләйек, шунда уҡ урам сәхнәһе ҡуяйыҡ”,--тип тәҡдим яһанылар. Тағы ла ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡоймаларын евроштакетниктар менән кәртәләүгә тауыш бирҙеләр.

Ләкин  заманса ммайҙансыҡ эшләргә ауыл уртаһында ундай буш ер биләмәһе булмай сыҡты. Хужаһыҙ, ярым емерек хәлдә, хәүеф тыуҙырып торған элекке магазинды емереп шул урынға эшләйек майҙансыҡты, тигән тәҡдимгә барыһы ла ҡушылдылар. Ир-егеттәр менән бер нисә өмә яһап ҡул көсө менән эшләрлек эштәр башҡарҙы. Кран кәрәк булғас, яҡташыбыҙ Мансур Сәлмән улы Байгилдин ярҙам ҡулын һуҙҙы, уға ҙур рәхмәт. Бөгөн ҡалған эштәрен эшләп бөтөп ҡуйҙыҡ. Ярҙамға килгән “Аквасервис” предприятиеһы тракторына (хужаһы Абдуллин Р. Ш., тракторист Ринатҡа),үҙ машиналары менән ҡыйҙы сығарып түгеүгә ярҙам иткән Морат Ибраһимов һәм Ислам Суриндарға, биләмә тракторын йөрөткән Йыһангир Ҡыҙрасовҡа, ауыл старостаһы Й. З.Теүәлбаевҡа, өмәләрҙә ҡатнашҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәт.

Ә өмәләр дауам итә. Оло Әбеш ауылының  ҡатын-ҡыҙҙары буласаҡ балалар майҙансығының урынын ҡыйҙан таҙартып, һепереп ҡуйҙылар. Афариндар! Киләсәктә ошо урын шат балалар тауышынан гөрләп торһон.

Администрация СП Абишевский сельсовет

 

 

Автор:
Читайте нас