17 йыл үткәс, Игебайҙың вариҫтары йәнә нәҫел ептәрен барланы. Игебаевтарҙың 400-ҙән ашыу вәкиле Һаҡмар буйында Йәнтеш ауылы янындағы “Ҡурай” туристик базаһында уҙған Шәжәрә байрамына йыйылды. Һуңғы осрашыуҙан нәҫелдең шәжәрәһе тағы ла тулыланып, унда яңы быуындар, исемдәр урын алған. Ошо арала “Игебаевтар шәжәрәһе” исемле китапты ла баҫтырып сығарырға ирешкән улар.
Мәртәбәле сара аят уҡыуҙан, матур, изге теләктәр теләүҙән башланып китте. Һәр бер тармаҡтың вәкиле яҡындары һәм туғандары менән таныштырып сыҡты. Артабан шәжәрәнең тарихы буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Бергәләп ҡорбан ашынан ауыҙ иткәндән һуң, сара концерт номерҙары, уйындар һәм ярыштар, "Ырыу һылыуы" һәм "Ырыу батыры" бәйгеләре, Нуритдин Игебаев иҫтәлегенә "Иманлы балалар - киләсәгебеҙ" исемле Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләү конкурсы, оҫталыҡ дәрестәре менән дауам итте. Игебай вариҫтары тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.
Тулыраҡ “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә уҡығыҙ.