Бөгөн район ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ғаилә хеҙмәте һәм ирекмәндәр башланғысы менән "СВОим сердцем" проектына старт бирелде. Проект райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә осрашыуҙар үткәреү, ирекмәндәр эшмәкәрлеген берләштереүгә йүнәлтелгән. Был проект эсендә Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән яҡташтарыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән "Геройҙың ҡатыны - геройҙың әсәһе" акцияһы үтә. Акция геройҙарыбыҙҙың ғаиләләре һәм яҡындарына халыҡтың иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
-Проект тәү сиратта, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм тыуған ил өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың әсәләренә, ҡатындарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Беҙ ауыр ваҡыттарҙа яугирҙарға ярҙам итергә һәм берләшергә тейешбеҙ. Шундай маҡсат менән был проектҡа Садовый ауылында старт бирҙек. Артабан һәр ауыл биләмәләренә сығып, осрашыуҙар һәм төрлө оҫталыҡ кластары ойошторасаҡбыҙ, - тине “Тыуған тыл” төркөмө ирекмәне Филүзә Ишемғолова.