ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2024, 08:15

Орден һәм миҙалдар тапшырылды

Район хакимиәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыу булды. Уның барышында яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы үтте.

Орден һәм миҙалдар тапшырылдыОрден һәм миҙалдар тапшырылды
Орден һәм миҙалдар тапшырылды

Йылы мөхиттә сәй табыны артында үткән әңгәмәлә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илмир Ҡотоев, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Салауат Байсурин һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының  Хәйбулла районы бүлексәһе вәкиле  ҡатнашып, яугирҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Үҙ сиратында егеттәр даими гуманитар ярҙамдары өсөн район хакимиәтенә, ирекмәндәргә һәм хәйбуллаларға оло рәхмәтен белдерҙе һәм Хәйбулла районының был юҫыҡтағы өлгө ҡуйырлыҡ эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

Артабан  осрашыуҙың иң сағыу мәле булды – хәрби бурысты үтәгәндә күрһәткән   ҡаһарманлыҡтары   өсөн илебеҙҙең һаҡсыларына тантаналы шарттарҙа юғары наградалар тапшырылды. «Абу» позывнойлы яҡташыбыҙ – Батырлыҡ ордены, «Бүре» һәм «Кәрим» – «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары, ә ошо наградаларҙы алып ҡайтҡан яҡташыбыҙ Тимур Генерал Шайморатов миҙалына эйә булды. Лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Егеттәрҙең барыһы ла махсус хәрби операция биләмәһенә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә эләгә. «Абу» һәм «Бүре» яраланғандан һуң реабилитация үтә, ә «Кәрим»  менән Тимур ошо көндәрҙә үк йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Иң мөһиме, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын, тыныслыҡ өсөн илебеҙ һағына баҫҡан яугирҙар, шул иҫәптә бөгөн награда алға ир-егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡай­тыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Орден һәм миҙалдар тапшырылды
Орден һәм миҙалдар тапшырылды
Орден һәм миҙалдар тапшырылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас