ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2024, 06:54

Салауат Юлаевҡа - 270 йәш

Аҡьяр ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа 270 йәш тулыу айҡанлы бик күп тәрбиәүи саралар үтте. 

Салауат Юлаевҡа - 270 йәшСалауат Юлаевҡа - 270 йәш
Салауат Юлаевҡа - 270 йәш

Аҡьяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа 270 йәш тулыу айҡанлы бик күп тәрбиәүи саралар үтте. Балалар милли батырыбыҙҙың тормошо, батырлығы, ижады менән таныштылар. "Умырзая"өлкәндәр төркөмө балалары менән Салауат Юлаев тураһында йырзар, шиғырҙар тыңланыҡ. Батырыбыҙ тураһындағы видеопрезентацияны тыңлағандан һуң һүрәт тә төшөрҙөк. Саф һауала төркөм балалары менән күңелле милли уйындар уйнаныҡ. Салауат батырыбыҙ кеүек атта саптыҡ, көсөбөҙҙө һынап ҡарау өсөн арҡан тартыштыҡ. Уйындарҙан көс- ҡеуәт алып, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев кеүек булырға теләүҙәрен белдерҙе балалар.
Уҙ иленең тарихын, шахестәрен белгән, ғорурланған, Салауат батыр кеүек ил яҙмышын хәл итерлек илһөйәрҙәр булып уҫер беҙҙең балалар тип өмөт итәбеҙ.

 

  Әлиә Сәлимова, "Йәйғор" балалар баҡсаһы музыка етәксеһе.

Автор:
Читайте нас