ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2024, 11:57

Банк картаһын хәүефһеҙ ҡулланабыҙ

-

Банк картаһын хәүефһеҙ ҡулланабыҙБанк картаһын хәүефһеҙ ҡулланабыҙ
Банк картаһын хәүефһеҙ ҡулланабыҙ
 Банк картаһы күптән инде тауар һатып алғанда ҡулланылған ғәҙәти түләү инструментына әүерелде. Уны хәүефһеҙ ҡулланыу хаҡында һөйләйбеҙ.

⃣ Картаны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Үҙегеҙ булмағанда, мәҫәлән, официанттарға, картағыҙҙы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ. Түләү өсөн терминал килтереүҙәрен һорағыҙ.

⃣ Онлайн-һатып алыуҙар өсөн айырым карта тотоғоҙ.

Уны кәрәкле суммаға ғына тулыландырығыҙ.

⃣ Банк картаһын машинала һаҡламағыҙ.

⃣ Банк карталарын сайттарға һәм сервистарға бәйләмәгеҙ.

Сайтты ватып асҡанда йәки мәғлүмәттәр сит ҡулға эләккән осраҡта мутлашыусылар картағыҙҙың реквизиттарын үҙләштерә ала.

⃣ ПИН-кодты картаның үҙенә яҙмағыҙ.

Сит кеше һеҙҙең яҙмағыҙҙы таба алмаясағына инанығыҙ. Код өсөн ҡатмарлы комбинациялар ҡулланығыҙ, 1234 йәки 0000 һандарын йыйыуы еңел. Бер нисә картағыҙ булһа, төрлө ПИН-кодтар ҡулланығыҙ.

6⃣ Банк карталарының һәм документтарының фотоларын интернет-әңгәмә аша ебәрмәгеҙ.

Мутлашыусылар һеҙҙең йәки әңгәмәсегеҙҙең аккаунтын ватып асыуы һәм мәғлүмәт алыуы ихтимал.

7⃣ СМС- һәм пуш-хәбәрҙәр тоташтырығыҙ.

Шул саҡта һеҙ оператив рәүештә картағыҙҙан аҡса сисеүҙәре хаҡында белә һәм картаны тиҙ арала яба алаһығыҙ.

8⃣ Смартфондың экраны ябыҡ саҡта белдереүҙәрҙе күрһәтеү операцияһын һүндерегеҙ.

Әгәр телефонығыҙҙы юғалтһағыҙ, мутлашыусылар банктан килгән иҫкәртеүҙәрҙе күрә алмаясаҡ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас