Кешеләргә ярҙам итеү изге бурысы һалынған социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә. Районда был яуаплы йөкләмәне “Алтын быуын” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Әлеге көндә 20 социаль хеҙмәткәр 450-нән ашыу кешегә үҙ ярҙамын күрһәтә. Ғәлиәхмәт ауылынан Нәжиә Асҡарова шундайҙарҙың береһе.
Нәжиә Рәшит ҡыҙы - изге күңелле, мөләйем, аралашыусан һәм тормошто яратыусы ханым. Уның ҡарамағында ярҙамға мохтаж 19 пенсионер.
-Ғәлиәхмәт ауылында 8 йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләйем. Ололар менән эшләүе күңелле, эшем оҡшай. Саҡ ҡына бармайыраҡ торһам да үҙҙәрен һағынам. Тиҙ генә шылтыратып хәлдәрен белешеп алыу ғәҙәткә ингән. Ололарға ярҙам итеүҙән кинәнес алам. Ҡыҙым тиеп яратып көтөп алалар. Беҙҙең эштә сабырлыҡ кәрәк, ололар менән уртаҡ тел таба белеү, уларҙы яратыу мөһим, - ти Нәжиә Рәшит ҡыҙы.
Ярҙамсыллыҡ, ихласлыҡ, сабырлыҡ кеүек күркәм сифаттары менән ауылдаштары ихтирамын яулаған да инде Нәжиә Рәшит ҡыҙы. Эше менән генә алдырмай, бәхетле әсәй һәм өләсәй ҙә әле ул. Тормош иптәше Урал менән өс бала тәрбиәләп үстергәндәр, әлеге ваҡытта ҙур ҡыҙы Әминә үҙ аллы тормошта кейәүе Варис менән сәскәләй ҡыҙ үҫтерәләр. Нәжиә буш ваҡыттарында бешеренергә ярата, туйҙарға юбилейҙарға бауырһаҡ, урама бешерә. Кешеләргә ярҙам итеп, яҡындарына кәрәкле, файҙалы булыуҙан йәшәү көсө алып, тирә-яҡҡа шулай изгелек таратып йәшәй һәм эшләй мәҡәләм геройы.
Нәжиә Асҡарова кеүек социаль хеҙмәткәрҙәр ауылда йәшәгән оло йәштәгеләрҙең терәк-таянысы ул.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 5-се һанында.