14 йәштәре тулған 10 егет һәм ҡыҙ ҡулдарына тәүге мөһим документ—паспорт алды.
Был иҫтәлекле ваҡиға Аҡъяр ауылының күп функциялы үҙәгендә тантанлы шарттарҙа ойошторолдо. “Паспортлы булыу һәр кешенең тормошонда яңы баҫҡыс һәм яңы яуаплылыҡ,--тине “Берҙәм Рәсәй” партияһы урындағы бүлегенең башҡарма секретары Буранбай Илбәков.