ЙӘМҒИӘТ
13 Июнь 2024, 05:09

Сиҙәмдәр байрамға әҙерләнә

6 июлдә  Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтә

Сиҙәмдәр байрамға әҙерләнәСиҙәмдәр байрамға әҙерләнә
Сиҙәмдәр байрамға әҙерләнә

6 июлдә  Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтә. Мәртәбәле сарала Хәйбулла районының беренсе сиҙәмселәренә арналған  стела асыу планлаштырыла.

Бөгөнгө көндә ауыл халҡы байрамға әүҙем әҙерләнә. Төҙөкләндереү эштәре алып барыла, мәктәп бинаһы тыш яҡтан ремонтлана, ауыл клубы тәртипкә килтерелә.  Клуб һәм  мәктәп урамдарына асфальт түшәләсәк.

Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған ҙур сара Сиҙәм ауылында осраҡлы үткәрелмәй. Билдәле булыуынса,  ауылға 1956 йылда нигеҙ һалынған һәм уның исеме лә  есеменә яуап бирә. 1954 йылда Урал аръяғында тәүге сиҙәм совхоздарының береһе--“Хәйбулла” совхозы ойошторола.  Совхоздың Үҙәк бүлексәһен (буласаҡ Сиҙәм ауылы) башҡа ауылдарҙан алыҫтараҡ,  сал дала ҡосағында төҙөргә ҡарар ителә. Тәүге сиҙәмселәр  урынлашҡандан һуң, улар янына ғаиләләре лә килә. Балаларҙы уҡытырға кәрәк, бындай шарттарҙа дәрестәрҙе ойоштороу еңел булмай.  Шулай итеп ауыл барлыҡҡа килә һәм ул артабан тағы ла үҫә, ҙурая. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә  ул тарихи йылдарҙың шаһиттары әҙ ҡалған. Әммә  ауыл халҡы  тарихты ҡәҙерләп һаҡлай һәм быуындан быуынға тапшыра.

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас