Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июнь , 16:09

Сираттағы гуманитар йөк яугирҙарға юлланды

Был юлы район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, бензин бысҡылар,  газ плитаһы, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек һәм яугирҙарға ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле ҡорамалдар оҙатылды.

Сираттағы гуманитар йөк  яугирҙарға юлланды
Сираттағы гуманитар йөк яугирҙарға юлланды

Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. МХО башланғандан алып, райондан йыш ҡына төрлө аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, маскировкалау селтәрҙәре, техника, кәрәкле приборҙар һәм инструменттар тейәлгән гуманитар ылау оҙатыла. Был эштән бер кем дә ситтә ҡалмайҙыр. Бөтә район халҡы, шул иҫәптән предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, хәрбиҙәрҙең яҡындары һәм туғандары ихлас күңелдән был изге ғәмәлгә  үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Ауылдарҙа ла, район үҙәгендә лә хәрбиҙәр өсөн бик кәрәк булған маскировкалау селтәрҙәрен үреү менән шөғөлләнәләр.  Төрлө миҙгелгә ярашлы күпме селтәр бәйләгәндер инде улар. Ә яугирҙар әйтеүенсә, фронтта ул бик кәрәкле һаҡланыу сараһы. «Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтә. Тыл һәр саҡ фронтҡа ярҙам иткән һәм был – уның изге бурысы. Хәрбиҙәребеҙ – беҙҙе яҡлаған ҡалҡан, ә беҙ – ҡалҡан тотҡан ҡул. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Тик шулай ғына еңеү яуланырға тейеш», – ти ирекмәндәр.

Был юлы район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, бензин бысҡылар,  газ плитаһы, шәхси гигиена һәм көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, яугирҙарға кәрәкле приборҙар һәм башҡалар оҙатылды. Хәйбулла халҡының гуманитар ярҙамы имен-һау барып етеп, яҡташтарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын. Яугирҙар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

 

Филүзә Ишемғолова, Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте белгесе, «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө ағзаһы:

 –Хәйбуллалар тарафынан йыйылған сираттағы ылау был юлы Херсон яғына юллана. Яҡташтарыбыҙҙың заявкалары буйынса «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө тарафынан йыйылған аҡса иҫәбенә бензин бысҡылары, “болгарка”, иретеп-йәбештереү аппараты, портатив газ  плитаһы, газ баллондары, көн дә кәрәкле әйберҙәр, балаклавалар, маскировка селтәрҙәре һәм халаттары, ҡаҙау, тенттар, асҡыстар йыйылмаһы, көрәктәр, электр сымдары, розеткалар, дарыуҙар, ялҡынды һүндереү приборы, шөрөп борғос,  тушенкалар, адреслы посылкалар һәм башҡа гуманитар йөк әҙерләп оҙатылды. Гуманитар ярҙамды йыйған ваҡытта егеттәребеҙ ҙә ситтә ҡалмайҙар. Бер яугир аккумулятор алыуға аҡса күсерҙе. Икенсе яҡташыбыҙ тепловизион прицел кәрәклеген хәбәр иткәс, район хакимиәте финанс бүлде, ә ҡалған өлөшөн яугир үҙе түләне. Хәрбиҙәр беҙҙең ярҙамға мохтаж һәм уларға хәлдән килгәнсә һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтергә тырышабыҙ. Яҡташтарыбыҙға  гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм алып барыуҙа  ҡатнашҡан кешеләрҙең барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ

Сираттағы гуманитар йөк  яугирҙарға юлланды
Сираттағы гуманитар йөк  яугирҙарға юлланды
Сираттағы гуманитар йөк  яугирҙарға юлланды
Сираттағы гуманитар йөк яугирҙарға юлланды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: