ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2024, 10:09

Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың матур байрамы – Һабантуй гөрләне.

-

Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың матур байрамы – Һабантуй гөрләне.Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың матур байрамы – Һабантуй гөрләне.
Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың матур байрамы – Һабантуй гөрләне.

Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың матур байрамы – Һабантуй гөрләне. Хеҙмәт батырына дан йырлаған иң яраткан, иң күңелле байрамдарының береһен үткәреү балалар баҡсаһында матур традицияға әйләнгән.
- Байрамды өлкән төркөм балалары һәр төркөмдән ”бирнә“ йыйып башлап ебәрҙеләр. Тәрбиәселәр һәм балалар ”бирнә“ йыйыусыларға яулыҡ, таҫтамал, ҡулъяулыҡ бүләк итеп, ҡолғаға бәйләнеләр. Баҡсабыҙҙың мөдире Рима Рәшит ҡыҙы Шәрәфетдинова һәм ҡунаҡҡа килеүсе өләсәйҙәр байрам менән ҡотлап матур теләктәрен еткерҙеләр. Матур йырҙар яңғырап торған майҙансыҡҡа кескәйҙәрҙең шат тауыштарын ишетеп байрам ҡунағы Батыр (тәрбиәсе Г.Ш.Байғабулова) килеп етте. Музыка етәксеһе Әлиә Сәлимова биҙәгән күңелле көйҙәр аҫтында балалар “Ат”тарҙа елдерҙеләр, ҡалаҡ менән йомортҡа ташынылар, тоҡ кейеп йүгерҙеләр, малайҙар “Милли көрәш”те үҙ итте, ҡыҙҙар күнәк менән һыу ташып ярышты. Байрам йылы тәьҫораттар аҫтында бергәләп сәй эсеү менән тамамланды, - тип яҙа тәрбиәселәр.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы

Автор:
Читайте нас