ЙӘМҒИӘТ
6 Июнь 2024, 06:25

“Һәр осраҡта ла кеше булып ҡалыу мөһим”, - ти Дилара Носкова

Эшенә бик яуаплы, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан,  һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул - Һамар ауылында йәшәүсе Дилара Носкова.

“Һәр осраҡта ла кеше булып ҡалыу мөһим”, - ти Дилара Носкова“Һәр осраҡта ла кеше булып ҡалыу мөһим”, - ти Дилара Носкова
“Һәр осраҡта ла кеше булып ҡалыу мөһим”, - ти Дилара Носкова

Эшенә бик яуаплы, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан,  һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер, кешеләр менән матур аралаша. Үҙенән наҙ, ихласлыҡ, изгелек бөркөлөп тора. Бына шундай аҡыллы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул - Һамар ауылында йәшәүсе Дилара Носкова.

Татыу ғаиләлә донъяға килгән

Дилара Хөсәйен ҡыҙы 1978 йылдың 8 майында Иләс ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъя килгән. Апаһы Гөлнара һәм ҡустыһы Илмир менән  бер-береңә ихтирам һәм мөхәббәт хөкөм иткән  ғаиләлә өс таған кеүек дуҫ-татыу үҫәләр.

-Атай-әсәйебеҙ беҙгә яҡшы тәрбиә бирҙе. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булырға өйрәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле ата-әсәйебеҙ яҡты донъяларҙа юҡ инде. Әммә уларың әйткән фәһемле һүҙҙәренә тап төшөрмәйбеҙ. Апайым, ҡустым менән ҡайғы-көйөнөстәребеҙ ҙә, ҡыуаныс-шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ. Әсәйебеҙ тәрән туғанлыҡ хистәре тәрбиәләһә, илһөйәрлек, һәр эшкә яуаплы ҡарау, тыршылыҡ кеүек сифаттар атайыбыҙҙан киләлер, - тип әңгәмәне башланы Дилара.

23 йыл бер эш урынында

Дилара Сибай педагогия колледжын уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын туған мәктәбендә башлай. Белем усағында бер аҙ тәжрибә туплағас,  Һамар ауыл биләмәһе хакимиәтенә эштәр идарасыһы булып эшкә килә. Бына инде 23 йыл хакимәттең алыштырғыҙ хеҙмәткәре ул. Ошо йылдар эсендә биләмә башлыҡтары алышынһа ла, һәр береһе менән уртаҡ тел табып, уларҙың уң ҡулы булып, үҙенә йөкмәтелгән бурысты уңышлы башҡара.

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Дилара Хөсәйен ҡыҙының үҙидара органындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте бихисап ауыл һәм район хакимиәтенең, территорияль һайлау комиссияһының Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. “Халыҡ иҫәбен алыу” һөҙөмтәләре буйынса билдә менән дә бүләкләнгән.

-Өлгәшкән уңыштарым минеке генә түгел, ә мине аңлап, терәк-таянысым булған ғаиләм, туғандарым, ярҙам ҡулы һуҙған коллегаларым, ауылдаштарымдың да ҡаҙанышы тип иҫәпләйем, - ти Дилара.

Әйткәндәй, Дилара Носкова күп йылдар һайлау кампанияһында ҡатнаша. 2004-2010 йылдарҙа ул һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары була, 2018 йылдан һайлау комиссияһы рәйесе. “Комиссия ағзалары менән татыу һәм берҙәм команда булып эшләйбеҙ”, - ти ул.

Улдар үҫтергән әсәй

Дилара тормош иптәше Андрей менән ике ул тәрбиәләйҙәр.  Өлкән улдары Вадим  Һамар мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө авиация техникумында белем ала. Кесеһе Эдуард  7-се класты тамамлаған. Әйткәндәй, Андрей махсус хәрби операцияла ҡатнаша, әле ул яраланып ҡайтып, реабилитацияла.

Эшендә алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр, улдарына наҙлы һәм хәстәрлекле әсәй, йортонда уңған хужабикә, яҡындарына ярҙамсыл туған булған Дилара Носкова күп ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өлгө ул.

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 23-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас