ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2024, 10:42

“Геройҙар беҙҙең арала”

Хәйбулла районында  яңы проект тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

“Геройҙар беҙҙең арала”“Геройҙар беҙҙең арала”
“Геройҙар беҙҙең арала”

1 июндән Хәйбулла районында “Сириус” социаль проекттарҙы үҫтереү үҙәге, Ғаилә хеҙмәте һәм Аҡъяр телевидениеһы  менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына “Геройҙар беҙҙең арала” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән эшләнә.

Проект Украинала махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Хәйбулла геройҙары иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре  телетапшырыуҙарҙа ҡатнашып, үҙ геройҙары һәм уларҙың батырлығы тураһында һөйләйәсәк. Бөгөнгө көндә  проект командаһы йыйылышы үтеп,  көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышып, телетапшырыу графигы төҙөлә.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас