ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2024, 09:44

Һабантуйҙа Хәйбулланың күркәм ғаиләләре спорт майҙанына сығасаҡ

“Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” эстафетаһында 16 команда ярышасаҡ

Һабантуйҙа Хәйбулланың күркәм ғаиләләре  спорт майҙанына сығасаҡҺабантуйҙа Хәйбулланың күркәм ғаиләләре  спорт майҙанына сығасаҡ
Һабантуйҙа Хәйбулланың күркәм ғаиләләре спорт майҙанына сығасаҡ

Спорт  менән шөғөлләнеү яҡшы, ә бына  бөтә ғаилә менән спорт менән дуҫлашыу икеләтә һәйбәт.

Шуға күрә 8 июндә үтәсәк һабантуйында Рәсәйҙә Ғаилә йылына ҡарата  “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” спорт эстафетаһы старт алып, унда  район ауыл биләмәләренән 16 команда ҡатнашасаҡ. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы  ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс этаптар көтә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эстафета талаптарын үтәүсе ғаилә-команда еңеүсе тип таныласаҡ.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас