Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2024, 12:03

Подольск ауылын күсереү: проекттар һәм фекерҙәр

«Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Подольск ауылында ҙур инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Ярты быуат элек был ауыл аҫтында баҡыр запастары табыла һәм шунан алып Подольск ауылы  халҡын күсереү кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр бара

Подольск ауылын күсереү: проекттар һәм фекерҙәр
Подольск ауылын күсереү: проекттар һәм фекерҙәр

«Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Подольск ауылында ҙур инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Ярты быуат элек был ауыл аҫтында баҡыр запастары табыла һәм шунан алып Подольск ауылы  халҡын күсереү кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр бара, сөнки мәғдән сығарыу кешеләр өсөн  хәүеф тыуҙыра – өйҙәр сыҙамай, емерелә башлаясаҡ.

Производство һәм иҡтисади йәһәттән күләмле проект булһа ла, социаль йәһәттән бик үк ҡатмарлы. Тәү сиратта, урындағы халыҡ менән бер  тапҡыр ғына түгел, әллә күпме тапҡыр һөйләшеү үткәрергә кәрәк булғанға күрә. Иң мөһиме, был һөйләшеүҙәрҙә ике яҡ та бер-береһен ишетергә тейеш. Урындағы халыҡтың бөтә иҫкәртмәләре һәм тәҡдимдәренән һуң «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы ауылды күсереүҙең өс вариантын әҙерләгән: 1) хәҙерге Подольск эргәһендә төҙөләсәк яңы микрорайондағы йорттар; 2) Аҡъярҙа төҙөләсәк күп фатирлы йорттар; 3) Подольскиҙағы күсемһеҙ милекте һатып алыу.

Беҙ ҙә Подольск ауылының ҡайһы бер кешеләре менән күсенеү тураһында һорау алыу үткәрҙек. Әйтергә кәрәк, фекерҙәр күп төрлө, хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы, был иһә һәр йорт хужаһына шәхсән ҡараш кәрәклеген күрһәтә.

–Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү буйынса ҙур инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә, Подольск ауылын күсереү күҙаллана. Шуға ҡарамаҫтан, ауылда төҙөкләндереү эштәре уҙғарыла. Быға тиклем мәктәп, балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе ремонтланды, ә быйыл балалар баҡсаһы бинаһында йылытыу системаһы яңыртыла һәм фасадты көпләү буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Шулай уҡ ағымдағы йылда модулле клуб төҙөлөүе көтөлә. Бынан тыш, урам юлдарына асфальт түшәү, яҡтыртҡыстар ҡуйыу буйынса эштәр дауам итәсәк. Быйыл ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәрергә лә ниәтләйбеҙ. Әлеге ваҡытта Подольск ауылында 868 кеше йәшәй. Дөйөм алғанда, ауылда 373 хужалыҡ – 108 шәхси йорт хужаһы, ике фатирлы йорттарҙа 156 фатир хужаһы һәм күп фатирлы йорттарҙа 109 фатир хужалары иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 94 хужалыҡ буш тора. «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы вәкилдәре һәр бер күсемһеҙ милек хужаһы менән шәхси рәүештә һөйләшеүҙәр алып бара, уларға бер нисә вариант – төҙөләсәк яңы шәхси йортҡа йә фатирға алмаштырыу йәки өйҙәрен һатыу тәҡдим ителә. Әлегә 83 граждан, шул иҫәптән 37 шәхси йорт хужаһы, 44 фатир хужаһы һәм 2 участка хужаһы үҙ милкен һатыу буйынса «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы менән килешеү төҙөгән. Ғөмүмән, Подольск халҡын күсереү мәсьәләһе контролдә тотола. Граждандар менән даими һөйләшеүҙәр алып барыла, шуға күрә был мәсьәләлә киҫкенлек юҡтыр, тип уйлайым.
Илгиз Сөләймәнов, Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы
–Подольск ауылы халҡын күсереү өс йүнәлеште күҙ уңында тота. Подольск ауылы халҡы менән даими осрашыуҙарҙа беҙ һәр ваҡыт төрлө варианттар барлығын әйттек һәм әйтәбеҙ: Аҡъярҙа йәки яңы биҫтәлә йорттар төҙөлөп бөткәнсе көтөргә мөмкин, берәй тораҡ пункттан торлаҡты йәғни әҙер вариантты хәҙер үк һайлап алырға мөмкин. Һәр хәлдә, һайлау йорт хужалары ҡулында ҡала һәм милке менән нисек эш итергә икәнен тик улар ғына хәл итә. Предприятие һәр ваҡыт халыҡҡа ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, өйҙәр буйынса йөрөү һөҙөмтәһендә 377 күсемһеҙ милек объектының 122-һенең милек хоҡуғына теркәлеү документтары булмауы асыҡланды. «Башҡорт баҡыры» ошо мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Бөгөнгө көндә предприятие үҙ аҡсаһы иҫәбенә 105 кешегә кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә ярҙам итте, ҡалған 17 объект буйынса эш дауам итә. «Башҡорт баҡыры» етди предприятие булыуын, уның өсөн Хәйбулла районы халҡының именлеге мәсьәләләре һәр ваҡыт өҫтөнлөклө булып ҡаласаҡ тигән фекерҙе кешеләргә еткерергә теләйем. Хәтерегеҙгә төшөрәм, былтыр ғына беҙҙең предприятие бюджеттың бөтә кимәлдәренә 2,5 миллиард һум һалым күсергән. Районға хәйриә ярҙамына 55 миллион һум аҡса бүленгән. Һәм был ярҙам дауам итә. Мәҫәлән, яңы йорттар төҙөлөшө менән бәйле ауылдың канализация селтәрҙәренә йөкләмәнең артыуын иҫәпкә алып, «Башҡорт баҡыры» Аҡъярҙа хужалыҡ-көнкүреш ағынты һыуҙары өсөн яңы таҙартыу ҡоролмалары һәм канализация селтәрҙәре төҙөйәсәк. Был объектты 2026 йылдың апрелендә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Быйыл Подольскиҙа 130 урынлыҡ блок-модуль мәҙәниәт йортоноң яңы төҙөкләндерелгән бинаһы төҙөләсәк. Подольск халҡы менән бергә беҙ пландарҙан алып күләмле проектты тормошҡа ашыра башлауға тиклем ҙур юл үттек. Әйҙәгеҙ, артабан да тыныс ҡына алға барайыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итәйек.
Рәмил Туҡаев, «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ-һының персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры

«Ауылыбыҙ картанан юҡҡа сыҡмаһын»

Бөгөнгө көндә яңы Подольск ауылын төҙөүгә ер участкалары ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге категориянан тораҡ пункттар категорияһына күсерелгән. Генераль пландар, ауыл биләмәһе ерҙәре менән файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләре, шулай уҡ планлаштырыу, яңы биҫтәнең биләмәләрен межалау проекттары төҙөлөп, килешеү үткән һәм раҫланған.  Унда бөтә кәрәкле социаль инфраструктура объекттарын төҙөү планлаштырыла. Инженер коммуникацияларын, социаль объекттарҙы һәм инфраструктураны төҙөүҙе «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.

Беҙҙең менән аралашҡан подольскиҙар, йыйылыштар барышында буласаҡ микрорайон өсөн һайланған элекке Суҡраҡ ауылы янындағы урын күпкә яҡшыраҡ булыр ине, тип иҫәпләй. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бында тупраҡ уңдырышлы, шишмә лә аға, ләкин һуңынан төҙөлөш урынын Маҡан ауылы яғындағы участкаға алмаштыралар, ә был ерҙәр татыр, етмәһә, эсәр һыу сығанаҡтары юҡ тип һанала. Бындай фекер менән Подольскиҙа тыуып үҫкән Зилә Рәхмәтова ла килешә. «Халыҡ йыйылышы барышында яңы ауылды хәҙергеһенән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта, элекке Суҡраҡ ауылы янында төҙөргә һөйләшкәйнек. Унда шарттар күпкә яҡшыраҡ, ер уңдырышлы, һыу ҙа бар. Тап шунда яңы  йорттар төҙөһәләр, беҙ шунда күсенергә ризабыҙ. Өйөм өсөн ҡулай компенсация бирһәләр, һатырға ла ризамын, сөнки балаларым Учалы районында йәшәй. Әммә бөгөн предприятие тәҡдим иткән аҡсаға унда ҡулай йорт һатып алыу мөмкин түгел», – тигән фекерҙә ул.

Зөлфиә Иҫәнбаева әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһе Подольскиҙан башҡа яҡтарға күсергә теләмәй. «1985 йылдан ошо йортобоҙҙа йәшәйбеҙ, ошонда балаларыбыҙ тыуып үҫте. Мал, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмайбыҙ. Мәктәп, балалар баҡсаһы, почта бүлексәһен ремонтланылар, хәҙер клуб төҙөргә ниәтләйҙәр. Өйөбөҙҙө һатып, сит яҡтарға күсергә йә булмаһа Аҡъярҙағы күп фатирлы йорттарға күсергә теләмәйбеҙ. Элекке Суҡраҡ яғында яңы ауыл төҙөлөп, унда бөтә инфраструктура булдырылһа, шунда күсергә ризабыҙ. Иң мөһиме, илебеҙ тыныс булһын», – тине Зөлфиә Харис ҡыҙы.

Лариса Ғизулина ла яңы ауыл төҙөлөүен көтә. «Минең ҡарарым һәр ваҡыт бер булды – Подольск ауылының Башҡортостан картаһынан юғалыуын теләмәйем. 1981 йылда институтты тамамлағандан һуң бында эшкә килдем, ҡырҡ йылдан ашыу мәктәп уҡыусыларына белем бирҙем. Кемдер балалары янына ҡалаларға китә, йәштәр яңы йәшәү урыны һәм яңы эш эҙләй, ә пенсионерҙарға нимә эшләргә? Беҙгә яңы ауыл төҙөлөүен көтөргә генә ҡала», – ти Лариса Васильевна.

Хаҡлы ялда булған Яңылбикә Ғирфанова ла шундай уҡ фекерҙә: «Таштуғайҙа тыуып үҫтем, 8-се кластан совхозда һауынсы булып эшләнем. 1975 йылда Подольскиға килен булып төштөм, ошонда балаларыбыҙҙы үҫтереп, башлы-күҙле иттек. Белеүемсә, яңы ауыл төҙөргә ниәтләнгән урында тупраҡ уңдырышлы түгел, һыу юҡ. Ә был беҙҙең өсөн мөһим, һәр беребеҙҙең үҙ хужалығы бар. Үҙем бер нисә йыл элек кенә мал аҫрамай башланым, әммә әле лә ҡош-ҡорт тотам, баҡса, сәскәләр үҫтерәм. Шулай көн үткәрәм, шуға фатирға күсергә теләгем юҡ, шәхси йортта йәшәргә күнеккәнмен», – ти инәй.

Беҙҙең менән әңгәмәләшкән Подольскиҙа күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең күбеһе Аҡъярҙа төҙөләсәк күп фатирлы йорттарға күсергә риза булмауҙарын белдерҙе. Фатирҙарҙа йәшәһәләр ҙә, күптәренең йорт янында участкалары булыуы, уларҙа үҙ хужалығын тотоуы асыҡланды. Шуларҙың береһе – Фәүзиә Әминева менән дә был темаға һөйләштек. «1973 йылдан фатирҙа йәшәһәк тә, шәхси хужалыҡ тотабыҙ. Подольскиҙа күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең барыһы ла тиерлек шулай тормош көтә. Йорт янындағы участкаларҙа кәртә-ҡура, баҡса, гараж, мунса һәм башҡа ҡаралтылар урынлашҡан. Бөтә ғүмерем тиерлек Подольскиҙа үтте, ошонда ғаилә ҡорҙоҡ, балалар үҫтерҙек, төрлө эштәрҙә эшләнек... Ҡыҙғанысҡа күрә, ике балам вафат булып, ошонда ерләнгән. Шуға күрә башҡа яҡтарға күсергә теләмәйбеҙ. Әгәр алдан һөйләшелгәнсә, яңы ауыл төҙөлөп, унда халыҡ өсөн яҡшы шарттар булдырылһа, шунда күсергә риза булыр инек», – тине ул.

–Подольск ауылының яңы микрорайоны Аҡъяр ауылы яғына юл буйлап, хәҙерге урынынан бер ярым километр алыҫлыҡта урынлашасаҡ. Уның төҙөлөшө өсөн генераль пландар, ерҙе файҙаланыу һәм ауыл биләмәләрен төҙөү ҡағиҙәләре, шулай уҡ Подольск ауылының яңы биҫтәһе территорияһын планлаштырыу һәм межалау проекттары әҙерләнә, килешелә һәм раҫлана. Таналыҡ һәм Маҡан ауыл биләмәләренең сиктәрен аныҡлау буйынса кадастр эштәре башҡарылған. Ер участкалары ауыл хужалығы тәғәйенләнеше категорияһынан тораҡ пункттар ерҙәренә күсерелә. Подольск ауылының яңы биҫтәһендә күп фатирлы торлаҡ йорттар, шәхси торлаҡ йорттар һәм теҙмә йорттар төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш, бөтә кәрәкле инфраструктура – административ һәм мәҙәни учреждениелары булған күп функциялы ауыл клубы, дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, стадионы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ауыл табип амбулаторияһы, скверҙар, парктар, бульварҙар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, таҙартыу ҡоролмалары, һыу алыу ҡоролмаһы, ҡаҙанлыҡ, ғибәҙәт ҡылыу биналары һәм инженер инфраструктураһы булдырыу ҡаралған. Әлеге ваҡытта проект-эҙләнеү эштәрен башҡарыуға подрядсыны билдәләү буйынса тендер саралары үткәрелә. Объектты проектлау һәм төҙөү өсөн ер участкаларын рәсмиләштереү буйынса эш алып барыла.
Владимир Рожков, Подольск ятҡылығы проектын идара итеү буйынса хеҙмәттең инжиниринг буйынса баш белгесе

Милкен һатыусылар ҙа байтаҡ

 Предприятие вәкилдәре белдереүенсә, күсемһеҙ милекте һатып алыу һәр осраҡта индивидуаль ҡарала, торлаҡтың баҙар хаҡына бойондороҡһоҙ экспертиза үткәрелә, күрһәтелгән суммаға бер нисә коэффициент өҫтәлә һәм һатып алыу хаҡы килеп сыға. Миҫалдарҙың береһендә һөйләүҙәренсә, йортто баҙар хаҡы буйынса ике миллион һумға баһалағандар, ә бөтә коэффициенттар менән йомғаҡлау хаҡы биш миллион һум тәшкил иткән. 

Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта 83 граждан күсемһеҙ милкен һатыу буйынса «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы менән килешеү төҙөгән. Шуларҙың береһе – Мельниковтар ғаиләһе. «Беҙ күп балалы ғаилә. Быға тиклем Подольск ауылында шәхси йортта йәшәнек һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн электән ҙур ҡалаға яҡыныраҡ күсергә теләйгәнек. Шуға күрә «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы менән килешеү төҙөп, өйөбөҙҙө килешелгән хаҡҡа һатырға булдыҡ һәм быға һис тә үкенмәйбеҙ. Ошо аҡса иҫәбенә  Өфө ҡалаһы янындағы ауылда йорт һатып ала алдыҡ. Яңы йортта барыһы ла оҡшай, бында йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған, балалар өсөн яҡында мәктәп бар», – тине Полина Андреевна.

Асыҡланыуынса, ҡайһыларҙы предприятие тәҡдим иткән хаҡ ҡәнәғәтләндермәй. Мәҫәлән, урамда осраған пенсионер Виктор Демитриев шундай фекере менән уртаҡлашты: «Бөтә ғүмерем Подольск ауылы менән бәйле. Мәрхүмә әсәйемдең йортон бер йыл элек, минеңсә, бик арзанға һаттым. Хәҙер үҙемдекен “осһоҙ” хаҡҡа һатырға теләмәйем, буласаҡ микрорайондағы йортҡа алмаштырырға ниәтләйем», – ти ул.

Рәйес һәм Асия Рәхмәтовтар 1981 йылдан Подольскиҙа күркәм йортта донъя көтә. «Ваҡ һәм эре мөгөҙлө мал, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Күп фатирлы йортта йәшәгебеҙ килмәй, айырым өйгә күнеккәнбеҙ. Шуға күрә Аҡъярҙа шәхси йорт һатып алырлыҡ суммаға компенсация бирһәләр, һатырға ла ризабыҙ. Улдарыбыҙ район үҙәгендә донъя көткәс, шулар янында йәшәргә теләйбеҙ. Әммә Аҡъярҙа торлаҡҡа хаҡтар ныҡ артты, хәҙер хаҡтар Өфөләге кеүек үк булып китте», – тине Рәхмәтовтар ғаиләһе.

–Һатып алыу процедураһы үҙенең күсемһеҙ милкен һатырға теләгән торлаҡ хужаһының ғаризаһы менән башлана. Һатып алыу хаҡы торлаҡтың, ер участкаһының һәм бөтә йорт яны ҡоролмаларының баҙар баһаһынан сығып формалаша. Баһалаусыларҙың эшмәкәрлеге 1998 йылдың 29 июлендәге «Рәсәй Федерацияһында баһалау эшмәкәрлеге тураһында» 135-се һанлы федераль законы менән регламентлана. Баһалауҙы бойондороҡһоҙ баһалаусы яҡындағы тораҡ пункттарҙа, шулай уҡ Аҡъярҙа, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында тиң хаҡлы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген иҫәпкә алып үткәрә. Баҙар һәм килешеү хаҡына торлаҡ бина ғына түгел, ә уның янындағы ер участкаһы ла инә. Һатып алыу хаҡы килешеү буйынса, йәғни килешеү яҡтары тарафынан ике яҡтың да ризалығы буйынса ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта, бөтә осраҡтарҙа ла, һатып алыу (килешеү) хаҡы, халыҡ мәнфәғәтендә, баҙар хаҡынан күпкә юғарыраҡ. Торлаҡты һатырға теләгән бөтә милекселәр менән һатып алыу-һатыу килешеүҙәре төҙөлә, бөтә килешеүҙәр Росреестрҙа теркәлә. Бынан тыш, «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ-һы халыҡҡа документтар йыйыу һәм әҙерләү, ергә һәм торлаҡ йорттарға милек хоҡуғын рәсмиләштереүҙә йәки тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтә, бөтә мәсьәләләр буйынса консультациялар бирә. Һәр кешегә индивидуаль ҡараш, үҙ-ара ихтирам принцибы нигеҙендә эшләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, «Башҡорт баҡыры» милекте һатып алыу маҡсатын күҙ уңында тотмай. Торлаҡ милексенең теләге буйынса ғына һатып алына. Предприятие бурысы – ер аҫты руднигын төҙөү проекты сиктәрендә Подольск ауылы халҡына майҙаны буйынса тиң торлаҡ биреү. Шуға күрә, компенсация күләме буйынса ике яҡтың да ризалығы булмаһа, Подольск ауылының яңы биҫтәһендә йәки Аҡъярҙа, йәнә милек хужаһының теләге буйынса, уға яңы тиң торлаҡ тәҡдим ителәсәк. Компенсациялар күләме торлаҡтың төрөнә, уның майҙанына, торошона һәм күрше тораҡ пункттарҙа тиң хаҡлы торлаҡтың хаҡына бәйле. Бынан тыш, Подольск ауылында күптән йәшәмәгән, уның йорто буш торған милекселәр ҙә бар. Ошондай йорттарҙың торошо, ҡағиҙә булараҡ, яҡшы түгел, йорт емерелгән була һәм башҡалар. Бындай осраҡтарҙа компенсация күләме, әлбиттә, берҙән-бер торлаҡғы булғандарға тәғәйенләнгән компенсациянан бәләкәйерәк. Ғәҙәттә, ер дәүләт өсөн кәрәк булған, йәғни дәүләт ихтыяжы булған проекттар сиктәрендә күсеп ултырыу бара. Был тимер юлдар, газ, магистралдәр, электр энергияһы линиялары төҙөү. Был осраҡта күсенеү РФ ҡануниәте менән көйләнә һәм дәүләт компенсация түләй. Әммә беҙҙең проект был шарттарға тап килмәй, шуға күрә предприятие компенсация түләү мәсьәләһен үҙаллы хәл итә һәм быны үҙ иҫәбенә эшләй.
Рөстәм Әминев, «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ-һының юридик бүлеге начальнигы

Теләге булғандар яңы фатирға күсә аласаҡ

Аҡъяр ауылында Төньяҡ-Көнсығыш микрорайонында күп фатирлы йорттар төҙөлә башланы. Был йорттар Подольск ауылы кешеләре өсөн тәғәйенләнә, теләге булғандар бында күсә аласаҡ. Төҙөлөш эштәрен «Урал-1» ЯСЙ-һы (Екатеринбург ҡ.) башҡара.

Подольск ауылында күп фатирлы йортта йәшәүсе Гөлшат Ғилманова ла Аҡъярға яңы фатирға күсергә теләге булыуын белдерҙе. «Подольскиҙа фатирҙа бына инде 35 йыл йәшәйем. Миңә бында барыһы ла оҡшай, өйөмдә бөтә уңайлыҡтар бар. Фатир айырым газ ҡаҙанлығы менән йылытыла. Әлбиттә, мөмкин булғанда ошонда ғүмерлеккә ҡалыр инем. Шулай ҙа Аҡъярҙа төҙөләсәк күп фатирлы йорттарҙа яҡшы шарттар булһа, унда ла күсергә ризамын. Район үҙәгендә фатир һатып алырлыҡ суммаға өйҙө лә һатырға ризамын, ләкин ундай сумманы бер кем дә тәҡдим итмәне», – тип һөйләне Гөлшат Әхмәт ҡыҙы.

Ғөмүмән, күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һәм, тимәк, ауылды күсереү бер нисә йылға һуҙыласаҡ. Төҙөлөш эштәре күпме ваҡыт дауам итеүенә ҡарамаҫтан, подольскиҙарҙың теләктәре иҫәпкә алынып, уңайлы йорттар һәм бөтә социаль-инфраструктура объекттары төҙөлөр тип ышанабыҙ.

–Ағымдағы йылдың майында Аҡъяр ауылында 4 күп фатирлы йорт төҙөй башланыҡ. Һәр бер өс ҡатлы йортта 36-шар фатир (өс бүлмәле 6 фатир, ике бүлмәле 21 фатир, бер бүлмәле 9 фатир) буласаҡ. Шулай итеп дөйөм алғанда, 4 йортта йәмғеһе 144 ғаилә өй туйлай аласаҡ. Фатирҙар яңы хужаларына уңайлы йәшәү өсөн яраҡлы хәлдә тапшырыласаҡ. План буйынса төҙөлөш эштәре 2025 йылдың ноябрендә тамамлана. Йорттарҙы төҙөүҙән тыш, улар тирәһен төҙөкләндереү, инженер коммуникацияларына, шул иҫәптән электр, газ, һыу һәм канализация селтәрҙәренә тоташтырыу ҡаралған. Һәр фатирҙа балкон, айырым газ ҡаҙанлығы буласаҡ. Фасадты биҙәү заманса экологик һәм эстетик талаптарға яуап биргән кирбестәр һәм материалдар менән башҡарыла. Инвалидтар өсөн һәр подъезда пандустар ҡаралған. Проект буйынса күп фатирлы йорттар тирәһен төҙөкләндереү, атап әйткәндә, юлдар һалыу, автомобиль парковкалары булдырыу, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, өлкәндәр өсөн физкультура менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары, эскәмйәләр һәм башҡаларҙы урынлаштырыу, ағастар ултыртыу, сәскә түтәлдәре эшләү ҡаралған. Һис шикһеҙ, был заманса инфраструктуралы йорттар буласаҡ.
Сергей Гордеев, «Урал-1» ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас