Степной ауылында йәшәүсе тыл хеҙмәткәре, һуғыш осоронда, унан һуңғы ауыр йылдарҙа һынауҙарға бирешмәгән Нәфисә Сабит ҡыҙы Ҡужина 95 йәшен билдәләне.
Бүздәк районында тыуып үҫеп, йүнәлтмә буйынса Хәйбулла еренә килеп ерегеп киткән Нәфисә Сабит ҡыҙы кеүек кешеләр районыбыҙҙың ғорурлығы, йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө ул. 95-йыллыҡ ғүмер даумында фиҙаҡар хеҙмәт йылдарын да, ауырлыҡтарын да, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да аҙ күрмәй инәй. Бөгөн ул балҡып торған йортта ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрен, иғтибарын тойоп, бәхетле тыныс ҡартлыҡ кисерә. Тормош һөйгән, алсаҡ йөҙлө Нәфисә апай һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылай.
Юбилярҙы ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле һәм бәхетле ғүмер, иман байлығы, именлек-шатлыҡ теләйбеҙ!
Сығанаҡ: район хакимиәте