ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2024, 16:04

21 йәшлек яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған!

   

21 йәшлек яугир  «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған!21 йәшлек яугир  «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған!
21 йәшлек яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған!

Әлшәй районының Дим ауылында тыуып үҫкән 21 йәшлек «Памир» «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Егет махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән атаһы артынан китә.

«Ул ир-егеттәрҙең ауыр ваҡытта Ватанды яҡларға тейешлегенә ышана. Уның атаһы һәм ағаһы ла хәрби хәрәкәттәр зонаһында, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләре булып тора. Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда менән ихлас ҡотлайым! Тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйем», - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләгән Башҡортостан халҡы илдең хәрби ведомствоһының 117, 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәре офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.  

Махсус хәрби операцияһы зонаһында контракт хеҙмәте, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға бөтә яуаптар башбат.рф  сайтында, телеграмдарҙа чат-боттарҙа бар. Буласаҡ яугирҙарға Башҡортостандың Өфөләге контракт буйынса һәм йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатта йәки контракт буйынса һайлап алыу пунктында (Революция урамы, 156) хеҙмәт шарттары тураһында аңлатырға әҙерҙәр.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған 205 мең һум түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Шулай итеп, контракт төҙөгәндә яугирҙар 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған дөйөм түләү аласаҡ. Шуның 205 мең һумын — Башҡортостан, 195 мең һумын Рәсәй Оборона министрлығы бүлә, тип хәбәр итте «Башинформ». Шулай уҡ Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы бар. 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас