ЙӘМҒИӘТ
29 Май 2024, 08:37

Фәниә инәйгә - 90 йәш!

Яңы Украинка ауылында йәшәүсе Фәниә Миңлеғәлим ҡыҙы Сафина үҙенең оло юбилейын билдәләне!

Фәниә инәйгә - 90 йәш!Фәниә инәйгә - 90 йәш!
Фәниә инәйгә - 90 йәш!

Новоукраинка ауылында йәшәүсе Фәниә Миңлеғәлим ҡыҙы Сафина үҙенең 90 йәшен билдәләне!

90 – хөрмәтле йәш! Ветерандарҙы ғүмерҙәрендәге әһәмиәтле даталары менән тәбрикләү районда яҡшы традицияға әүерелде. Туҡһан йәш – бик мөһим ваҡиға, сөнки шундай оло йәште һәр кемгә лә ҡаршы алырға яҙмаған. Оҙон ғүмерле Фәниә Миңлеғәлим ҡыҙына хөрмәт белдереп, район һәм урындағы хакимиәт, ветерандар советы вәкилдәре килде. Улар юбилярға һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, иртәгәһе көнгә ышаныс, оҙон ғүмер теләне.

Фәниә Миңлеғәлим ҡыҙы Сафинаның бала саҡ, йәшлек йылдары еңелдәрҙән булмай. Бүздәк районында тыуып үҫкән ҡыҙ яҙмыш ҡушыуы буйынса балалар йортонда тәрбиәләнә. Үҙе ғаиләле булғас, алты балаға ғүмер биреп үҫтерә. Тракторсы, һуңынан оҙаҡ йылдар дауамында ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Хәйбулла районына инәй бынан егерме йыл элек балалары менән күсеп килә. Бөгөн улдары вафат, инәй Алһыу килене тәрбиәһендә тыныс ҡартлык кисерә.
Һуғыш осоро балаларының ошо көндәрҙе күрә алыуы, оҙон ғүмерле булып, яҡындарын ҡыуандырып йәшәүе барыһы өсөн дә ҡыуаныслы. Инәйгә артабан да именлек, сәләмәтлек һәм рух күтәренкелеге теләйбеҙ!

Фәниә инәйгә - 90 йәш!
Фәниә инәйгә - 90 йәш!
Фәниә инәйгә - 90 йәш!
Автор:Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте
Читайте нас