Быйыл сСиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙең 70 йыллығы билдә.
1945-1957 йылдарҙа партия саҡырыуы һәм йөрәк ҡушыуы буйынса, комсомолдың сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүгә юлламаһы буйынса Хәйбулла районына республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан һәм илдең Һарытау, Ростов, Мәскәү, Ленинград кеүек ҙур ҡалаларынан 2 меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ килә. Сиҙәмде үҙләштереү йылдарында "Хәйбулла" (1954 йыл), "Матрай", "Маҡан" (1955 йыл) совхоздары ойошторола, Сиҙәм (1954 йыл), Өфө (1955 йыл) ҡасабалары барлыҡҡа килә, совхоздарҙың үҙәк усадьбалары үҙгәреш кисерә ("Аҡъяр" совхозы үҙәге Татыр–Үҙәк, "Таналыҡ" совхозы үҙәге - Подольск, "Маҡан" совхозы үҙәге - Маҡан утары).
1954-1957 йылдарҙа районда 73 мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үҙләштерелә, шуларҙың 45 мең гектары яңы ойошторолған совхоздарға тура килә. 1956 йылда Хәйбулла районы тәүге тапҡыр дәүләткә 100 мең тонна иген тапшыра. Һөҙөмтәлә район республикала иген етештереүсе ҙур районға әйләнә.
Бөгөн иҫән ҡалған беренсе сиҙәмселәр араһынан бөгөнгө көндә 15-е районда йәшәй, уларҙың барыһы ла оло йәштә. Әммә шуға ҡарамаҫтан, рух күтәренкелеген юғалтмайҙар һәм бөгөнгө көнгә тиклем сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү осорондағы тарихи хеҙмәт йылдарын иҫкә алалар. Таштуғай ауылынан Салауатов Ғәле Ғафар улына һәм Баҡал ауылынан Ҡотлойәров Мөхәмәт Нәсибулла улына тәүгеләрҙән булып муниципаль район хакимиәте башлығының ҡотлау хатын, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Райондың бөтә беренсе сиҙәмселәре ҡотлауҙар аласаҡ, ә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған төп сара 6 июлдә Сиҙәм ауылында үтәсәк. Шунда уҡ Хәйбулланың беренсе сиҙәмселәренә арнап стела асыу планлаштырыла.