Сәйҙә Исҡужина Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуып үҫкән. Әбеш мәктәбен тамамлағас, Саҡмағош кооператив һөнәри училищеһында һатыусы һөнәренә уҡып сыға. Әхмәтйән Исҡужин Йәнтеш ауылы егете. Ул мәктәптән һуң, Сибай ҡалаһында водитель һөнәрен ала. 1975 йылда Чехословакияла хеҙмәт итә. Әрме хеҙмәтенән һуң, колхозда водитель булып эшләй. Ул саҡта Сәйҙә Хафиз ҡыҙы Йәнтештә һатыусы булып эшләй. 1979 йылда йәштәр яҙмыштарын бергә бәйләй. Исҡужиндар ике ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерә. Һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итәләр.
Сәйҙә Хафиз ҡыҙы хаҡлы ялға тиклем “Һаҡмар” шифаханаһында эшләй. Биш тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Ә Әхмәтйән Ғәлимйән улы гармунсы, бер генә байрам да уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Исҡужиндар ауылда шәхси хужалыҡтарын гөрләтеп, баҡса үҫтереп, күркәм йәшәйҙәр.