ЙӘМҒИӘТ
25 Май 2024, 18:14

Әсә унынсы балаһын тапҡан...

Хәҙер  ғаиләлә биш малай һәм биш ҡыҙ

Әсә унынсы балаһын тапҡан...Әсә унынсы балаһын тапҡан...
Әсә унынсы балаһын тапҡан...

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында унынсы бәпесен тапҡан әсәне ҡаршы алғандар. Ишле ғаиләне ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова ла килгән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хәҙер Мейриевтар ғаиләһендә биш малай һәм биш ҡыҙ. Яңы тыуған сабыйға исемде һуңғараҡ, үҙ-ара кәңәш ҡорғандан һуң һайлайҙар.

Мейриевтар ғаиләһенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан һәм клиниканан рәхмәт хаты, бүләктәр тапшырылған.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас