Аҡъяр ауылында “Әүҙем ғаилә—бәхетле ғаилә” исеме аҫтында сираттағы ғаилә ялы үтте.
Сара күңелле флешмобтан башланды. Илһөйәр Иҙрисова һыуытҡысҡа йәбештереп ҡуя торған магниткалар эшләргә өйрәтте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән эшләп, яңы һөнәргә өйрәнде. Магниттар һәр кемдеке төрлө һәм сағыу килеп сыҡты. Был оҫталыҡ класы балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә берләштерҙе. Ғаилә хеҙмәте белгестәре балалар өсөн спорт уйындары ойошторҙо һәм һәр береһенә тәмлекәс бүләктәр тараттылар. Сара ысынында күңелле үтте һәм барыһына ла оҡшаны.