Йәберләү, буллинг йәки моббинг—ул бер йәки бер нисә кешенең оҙайлы ваҡыт дауамында икенсе кешегә ҡарата негатив мөнәсәбәте.
Хәйбулла районы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында “ Һин шаһитмы йәки һине йәберләйҙәрме. Нимә эшләргә?” тигән әңгәмә ойошторолдо.
Һөҙәмтәлә балалар менән бергәләп ниндәй буллинг төрҙәре йышыраҡ осрауы һәм ошо күренеш булһа, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында фәһемле һөйләшеү барҙы.