ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2024, 11:48

Йылы осрашыу

3-сө Аҡъяр күп профилле полилингваль мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләре менән осрашыу уҙғарылды.

Йылы осрашыуЙылы осрашыу
Йылы осрашыу

3-сө Аҡъяр күп профилле полилингваль мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләре менән осрашыу уҙғарылды.

Йылы мөхиттә үткән сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һәм башҡалар ҡатнашты.

Осрашыу әңгәмә форматында үтте, унда килгән яугирҙарыбыҙҙың әсәләре, ҡатындары ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә һәм уларға яуап ала алды. Рәсми вәкилдәр   махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле социаль ярҙам программаларын файҙаланырға саҡырҙы.

Йылы осрашыу
Йылы осрашыу
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас