ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2024, 14:47

Яугирҙарға ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!

   

Яугирҙарға ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!Яугирҙарға ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!
Яугирҙарға ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!

БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина  Аҡъярҙа Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Ул «Ватанды һаҡлаусылар» фондының  эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм бер төркөм кешеләргә наградалар тапшырҙы.

Ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә ҙур өлөш индергән өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса «Ватанды Һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалының почет грамоталары менән бүләкләнделәр:

1) И.Т.Иҫәнгилдин крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илдар Тауылбай улы Иҫәнгилдин – Хәйбулла яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына техника тапшыра.

2) Хәйбулла районының архитектура һәм төҙөлөш идаралығы етәксеһе Ғәлийән Ғәзизйән улы Билалов – гуманитар конвойҙы махсус хәрби операция зонаһына килтереүҙә бер нисә тапҡыр ҡатнаша.

Яугирҙарға ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!
Яугирҙарға ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас