ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2024, 15:23

Оло наградаға эйә булдылар

Гөлнур Ҡолһарина райондың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарын Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләне. Оло наградаға Хәйбулла районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре Гөлназ Ильясова, Зөлфиә Дәүләтбаева һәм өләсәһе  Фәхерниса Юлдашбаева лайыҡ булды.

Оло наградаға эйә булдыларОло наградаға эйә булдылар
Оло наградаға эйә булдылар

БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина  Аҡъярҙа Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Ул «Ватанды һаҡлаусылар» фондының  эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм бер төркөм кешеләргә наградалар тапшырҙы.

Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү һәм уның ролен әүҙемләштереү Башҡортостан Республикаһы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының  Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнделәр:

  1. Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы Аллағолова – Хәйбулла районы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе;
  2. Гөлназ Ильяс ҡыҙы Ғәббәсова – махсус хәрби операцияла һәләк булған Ғәббәсов Наил Ринат улының әсәһе. Наил Ринат улы офицер, хәрби хеҙмәтен мотоуҡсылар взводы командиры вазифаһында үтә. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби задание үтәгәндә һәләк була, аҙаҡҡаса хәрби антына тоғро ҡала. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
  3. Фәхерниса Килдейәр ҡыҙы Юлдашбаева – махсус хәрби операцияла һәләк булған Зәкиров Роберт  Вадим улының өләсәһе. Кесе сержант Роберт Вадим улы контракт буйынса хеҙмәт итә, хәрби задание үтәгәндә һәләк була. Миномёт взводы командиры Роберт Зәкиров миномёт нөктәһен урынлаштыра һәм дошман төркөмөн юҡ итә, был тораҡ пунктты алырға мөмкинлек бирә. Әммә ҡаршы дошман миномёттарынан утҡа тотолғанда үлемесле яралана. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
Оло наградаға эйә булдылар
Оло наградаға эйә булдылар
Оло наградаға эйә булдылар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас