БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина Аҡъярҙа Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Ул «Ватанды һаҡлаусылар» фондының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм бер төркөм кешеләргә наградалар тапшырҙы.
Башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға индергән өлөшө һәм Башҡортостан Республикаһында милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенең почет грамоталары менән бүләкләнделәр:
Әүҙем гражданлыҡ позицияһы, башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм пропагандалауға индергән өлөшө өсөн, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү һәм уның ролен әүҙемләштереүе өсөн Башҡортостан Республикаһы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының почет грамоталары тәбрикләнделәр: