ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2024, 14:26

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм хәйбуллалар «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаландыХеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов бер төркөм хәйбуллаларҙы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне. Әйткәндәй, был миҙал профессиональ оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы булдырылған «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы райондың атҡаҙанған хеҙмәтсәндәренә тапшырылды:

  1. Райондың һаулыҡ һаҡлау ветераны Миңлеғәлим Әхмәт улы Бохарбаевҡа;
  2. Райондың һаулыҡ һаҡлау ветераны Ғәли Әхмәт улы Бохарбаевҡа;
  3. Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зөфәр Фәйзулла улы Ҡырымғужинға;
  4. Райондың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе ветераны  Зәйнәғәле Ғәйзулла улы Рәхмәтуллинға;
  5. Шәхси эшҡыуар Әмир Хөснулла улы Усмановҡа;
  6. 20 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Эске эштәр министрлығының хеҙмәткәре Йәүҙәт Тәлғәт улы Торсонбаевҡа;
  7. «Ағинәй» район клубы етәксеһе Миңзифа Ибраһим улы Ишемғоловаға;
  8. Өфө ауыл советы ауыл биләмәһенең «Ағинәй» клубы етәксеһе Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы Ғүмәроваға.
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас