Йыйылышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова алып барҙы. Сара “Түңгәүер” халыҡ ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халҡының гимны «Урал» көйө менән асылды.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов йыйылышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны.
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Лариса Мәмбәтова Йәмғәт ойошмаһының уҙған йылдарҙағы эшмәкәрлегенә отчет бирҙе. Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына Хәйбулла районынан делегаттар һайланды һәм йәмәғәт ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, башҡорт халҡының мәҙәниәтенең, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропогандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн йәмғиәт ойошмаларының халыҡ-ара бүлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” башҡарма комитетының МАҠТАУ ГРАМОТАҺЫ менән Башҡортостан Республикаһы мәғәриф отличнигы, хеҙмәт ветераны, Аҡъяр ауылы “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Мәнәүәрә Бохарбаева, башҡорт милли кейемдәрен һәм ҡатын-ҡыҙҙар милли биҙәүестәрен тегеү оҫтаһы Светлана Ибраһимова, “Вәзәм шәле” халыҡ биҙәү-ҡулланма клубы ағзалары Нурсия Сурина, Райхана Сурина, Гөлназ Сурина бүләкләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропогандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн йәмғиәт ойошмаларының халыҡ-ара бүлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” башҡарма комитетының РӘХМӘТ ХАТЫ менән район мәҙәниәт йортоноң мәнфәғәттәр буйынса түңәрәге етәксеһе Фәнис Атанов, Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Йәмилә Хәйбуллина, Әбүбәкер ауылы сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Әбүбәкер ауыл мәҙәниәт йорто фольклор халыҡ коллективы етәксеһе Әлфиҙә Ултраҡова, Хәйбулла районы хакимиәтенең баш белгесе Фәнилә Бәширова бүләкләнде.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителде, уның төп йүнәлештәре башҡорт телен һәм башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың телдәренә, мәҙәниәтенә һәм йолаларына ихтирам тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе илһөйәрлек, үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү рухында тәрбиәләү булды.