ЙӘМҒИӘТ
21 Май 2024, 16:15

Подольскиҙа клуб буласаҡ

Азат Бадранов Подольск ауылы халҡы менән осрашты һәм быйыл төҙөләсәк модулле бинаның проекты менән танышты 

Подольскиҙа клуб буласаҡПодольскиҙа клуб буласаҡ
Подольскиҙа клуб буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия етәксеһе Азат Шамил улы Бадранов Хәйбулла районына рәсми сәфәре барышында Подольск ауылы халҡы менән осрашты һәм төҙөлөсәк модулле клубтың проекты менән танышты.

Ауыл халҡы менән осрашыуҙа шулай уҡ район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Сөләймәнов, “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ-һының генераль директоры Александр Туленков, предприятиеның персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Рәмил Туҡаев һәм башҡалар ҡатнашты. Осрашыу барышында Подольск ауылы халҡы күп кенә райондаштарыбыҙҙы борсоған проблемаларҙың береһен -  юлдар һәм күперҙәр торошо мәсьәләһен күтәрҙе. Бынан тыш, Сибай-Подольск-Новорудная тимер юлын төҙөлөшө, модулле клуб төҙөү буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итте, шулай уҡ балалар майҙансығы кәрәклеген билдәләне. Рәсми вәкилдәр һәр һорауға ентекле яуап бирҙе. Предприятие вәкилдәре быйыл ауылда клуб һәм балалар майҙансығы сафҡа инеүен вәғәҙәләне.

Клубта 130 урынлыҡ тамашалар һәм халыҡ йыйылыштары өсөн зал, йәйге урам сәхнәһе, айырым грим бүлмәләре, персонал өсөн бүлмә, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бүлмә, китапхана йәки түңәрәктәр өсөн тәғәйенләнгән бүлмә, ике санузел  буласаҡ. Төҙөлөш эштәрен “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ-һы финанслай. Мәҙәниәт усағы яңы кәрәкле әйберҙәр һәм йыһаздар менән йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, бөгөнгө йыйылыш барышында ауыл халҡының һорауы буйынса, бина янында балалар өсөн уйын майҙансығы ҡоролоуы тураһында хәбәр итте предприятие етәкселеге. Подрядсы ойошма “Профметалл” ЯСЙ-һы (Ырымбур ҡ.) майҙа бинаның нигеҙен эшләү буйынса эшкә тотонасаҡ. План буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре августта тамамланырға тейеш. Әммә төҙөүселәр 20 июлдә уҙасаҡ "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына өлгөртөргә ниәтләйҙәр.

Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы: –Подольск ятҡылығын эшкәртеү – ул Рәсәй кимәлендә лә ҙур инвестиция проекты. Уны бойомға ашырыу оҙаҡ йылдар бара. 2020 йылда Башҡортостан Башлығының күрһәтмәһе буйынса мәктәп, 2021 йылда – балалар баҡсаһы ремонтланды. Быйыл балалар баҡсаһында йылытыу системаһы ремонтланасаҡ һәм фасадты көпләү буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Шулай уҡ ағымдағы йылда “Башҡорт баҡыры” предприятеһы тарафынан бүленгәнаҡса иҫәбенә модулле клуб төҙөләсәк. Бынан тыш, урам юлдарына асфальт түшәү, яҡтыртыу ҡоролмаларын ҡуйыу буйынса эштәр дауам итәсәк. Ауылда 120-нән ашыу йорт хужаһының күсемһеҙ милкенә тейешле документтары булмауы асыҡланды. Ошоға бәйле уларға тейешле документтар әҙерләү буйынса ярҙам ойошторолдо һәм әлеге ваҡытта уларҙың барыһы ла тиерлек үҙ милкен рәсмиләштерҙе. "Башҡорт баҡыры" предприятиеһы вәкилдәре һәр бер йорт хужаһы менән менән шәхси рәүештә һөйләшеүҙәр алып бара, уларға бер нисә вариант – йәки йорттарын һатыу йәки яңы фатирға йә шәхси йортҡа алмаштырыу тәҡдим ителә. Бөгөнгә ҡарай 84 граждан йорттарын һатыу буйынса “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы менән килешеү төҙөгән. Тағы ла 50-гә яҡын йорт хужаһы ойошма вәкилдәре менән һөйләшеү алып бара. Подольск ауылы кешеләре өсөн Аҡъярҙа 4 күп фатирлы йорт төҙөләсәк, теләге булғандар шунда күсә аласаҡ. Бынан тыш, яңы Подольск ауылын төҙөү буйынса проектлау эштәре дауам итә.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас