Баш ҡалала йәшәп, төрлө өлкәлә эшләп, республикабыҙ үҫешенә өлөш индергән хәйбуллалар күп бөгөн. Өфөнән алыҫ урынлашҡан район халҡына, бигерәк тә йәштәренә ярҙам итеү, шулай уҡ бөгөн кәрәк булған рухи берҙәмлекте көсәйтеү маҡсатында ойошторолдо был әһәмиәтле осрашыу һәм унда бихисап саралар планлаштырылғайны. Шулай итеп, Өфөнө гөрләтте хәйбуллалар!
Иртә менән Өфө ҡалаһында йәшәгән һәм уҡыған Хәйбулла йәштәре Рәми Ғарипов исеменедәге Башҡорт республика гимназия-интернаты базаһында спорт ярыштарында көс һынашты. Волейбол буйынса турнир махсус хәрби операцияла һәләк булған беҙҙең яҡташтарға арналды.
Шулай итеп, Хәйбулла районы яҡташтары осрашыуы сиктәрендә, волейбол буйынса турнир тамамланды. Көсөргәнешле ярышта “Ивановка 1” командаһы, исеменә есеме тап килеп, беренсе урынды яуланы! Икенсе урынға Хәйбулла районы студенттары һәм өсөнсө урынға “Ивановка2” командаһы сыҡты. Ольга Герасик, Илдар Ғәбитов, Наҙгөл Азаматова, Зөлфәт Илбәков, Ғәлиә Шәрипова иң яҡшы уйынсылар тип танылды.
Шуныһы ҡыуаныслы, Өфөлә йәшәгән яҡташтар спортсылар өсөн янып-көйөп кенә ҡалманы, ә үҙҙәре теләктәшлеген белдереп, төрлө ярыштарҙа көс һынашҡан спортсыларға тамаҡ ялғап алырға сәй табыны әҙерләне. Сиҙәм ауылынан сыҡҡан яҡташтарҙың ошо дәррәүлеге командалар өсөн сәмле еңеүгә дәрт өҫтәне.
--Яҡташтарымды күреүемә шатмын. Әбделнасирҙа тыуғанмын, һуңынан атай-әсәйемдәр Сиҙәм ауылына йәшәргә күстеләр. Бында мәктәп тамамлағас, 2003 йылда Өфөгә килдем. Уңышлы кешеләр мәктәбен етәкләйем. Үҙ бизнесым бар, йәмәғәт эшмәкәремен, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе урынбаҫарымын. Өфөлә ҙур программа менән Хәйбуллалар осрашыу үткәреүҙәрен белгәс, Сиҙәм ауылынан сығыусы яҡташтарым менән һөйләшеп, үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә булдыҡ. Бөгөн спорт сараһында ҡатнашыусыларға “кофе-брейк” ойошторҙоҡ, - тине яҡташыбыҙ Әлмирә Ҡолдәүләтова-Юлдыбаева.
Артабан район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Өфө ҡалаһының төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар һәм Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-гимназияһында уҡыған уҡыусылар менән әңгәмәләште.
Өфө ҡалаһында барған яҡташтар осрашыуы сиктәрендә, “түңәрәк өҫтәл” артында Хәйбулла районынын үҫтереү перспективалары һәм проблемалар тураһында фекер алышыу булды.
Байрамда Хәйбулла районы яҡташлығын үҫтереүгә тос өлөш индергән яҡташтарға наградалар, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ә Хәйбулла районы оҫталарының менән даны күптән таралған. Был юлы ла улар өфөләрҙе таң ҡалдырҙы. Баш ҡаланан иң алыҫ төпкөл районда бына шундай алтын ҡуллы кешеләр бар. Йыһан төрлө милли биҙәүестәр, милли әйберҙәр, ҡамыр аштары, кейеҙҙән баҫҡан әйберҙәрҙән торған күргәҙмә ойошторолдо. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән хәйбулла волонтерҙары тураһында республикала яҡшы беләләр. Әле лә ирекмәндәр маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте. Район уңғандары эшләгән балаклава, мобиль носилкалар, бетеүҙәр, яугирҙарға ебәреләсәк гуманитар ярҙамдың бер өлөшө күргәҙмә өҫтәлендә лайыҡлы урын алды.
Шулай итеп, был көндө Өфө ҡалаһында Яҡташтар осрашыуы масштаблы үтте. Өфөлә йәшәгән хәйбуллалар бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашып, йырлап-бейеп, күптән күрешмәгәндәр рәхәтләнеп аралашып, хәйбуллаларға рәхмәт белдереп, тыуған яҡтарға сәләм күндереп ҡалды.
Матур осрашыу Башҡорт дәүләт филармонияһында тантаналы концерт менән тамамланды. Әлбиттә, райондың үҙешмәкәр артистарының музыкаль күстәнәсен тамашасылар хуплап—гөрләп алҡыштар менән күмде.