Өфө ҡалаһында барған яҡташтар осрашыуы сиктәрендә, “түңәрәк өҫтәл” артында Хәйбула районынын үҫтереү перспективалары һәм проблемалар тураһында фекер алышыу булды.
Бында Бүребайҙа һыу таҙартыу ҡоролмаларының эшләүе, Подольск ауылы халҡын күсереү, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында реанимация бүлеген киңәйтеү, районда юл проблемаһы һәм башҡалар тураһында һөйләшеү алып барылды.