-Мин 1929 йылдың 28 апрелдә Аҡъяр ауылында тыуғанмын. Ошонда бишенсе класты тамамлағас, Ырымбур өлкәһе Ирекле һыуһаҡлағысында ат ихатаһында төрлө эштәр башҡарыусы булып барҙым. Иң күбе өс йылға яҡын Урал йылғаһынан икмәкхана, ашханаға, ҙур хужаларға, инженерҙарға һыу ташыным. Һуғыш ваҡытында бер кем дә ауыр эшкә, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа һәм фәҡирлеккә зарланманы. Бала саға, ҡарт-ҡоро еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһы ла тырышты, эштән ҡурҡманы. Һуғыштан һуң, 1945 йылдың ноябрендә тыуған ауылыма ҡайтып, һигеҙенсә класта уҡыуымды дауам иттем. Туғыҙынсы класты тамамлағас, почтаға оҙатып барыусы булып эшкә төшөп, ике йылға яҡын эшләнем. Артабан 1949 йыл сентябрь айында әрме хеҙмәтенә алындым. Беларусияла танк ғәскәрендә хеҙмәт итеп, командир булып йөрөнөм. Өс йылда өс ай хеҙмәт иткәс, 1952 йыл ноябрь аҙағында ауылыма ҡайтырға насип булды. Єрменән ҡайтҡас та, МТС-ҡа участка механигы итеп эшкә алдылар. Унда ике йыл хеҙмәт иттем. Сиҙәм күтәреү йылдарында мине МТС директоры бригадир итеп тәғәйенләне. Сиҙәм күтәреү йылдары үткәс, 1958 йылда яҙғы сәсеү тамамланғас, Фрунзе исемендәге колхозда бригадир булып бик күп йылдар эшләнем. Аҙаҡҡы ун өс йыл ферма мөдире булдым һәм 1989 йылдың июнь айында хаҡлы ялға сыҡтым. Ун йыл ял итеп, өй мәшәҡәттәре менән булышып, 2001 йылдың башында реввизор булып колхоз тарҡалғансы эшләнем, - тип тормош юлының хәтер ебен һүтә 95 йәшлек тыл ветераны.
Тырыш егет әрменән һуң Аҡъяр ауылының Әхмәтшин урамында өй һала, һәм Әбделнасир ауылы һылыуы Мәрйәмгә өйләнә. 1963 йылдан алып улар иңгә-иң терәшеп йәшәй. Бер ҡыҙ, бер малай үҫтергәндәр.
Бөгөн тыл ветеранының күкрәген «Хеҙмәт ветераны», «Сиҙәмде күтәргән өсөн» һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй. Бөгөн Хәйепйән һәм Мәрйәм Бохарбаевтар ҡыҙҙары Ћылыу, улдары Салауат һәм ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
Хәйепйән Мәхмүт улына һәм уның ҡатыны Мәрйәм инәйгә балаларының, ейән-бүләләренең изгелеген һәм ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын.
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте