Хәйбулла районынан махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам юлға сыҡты. Яҡташтарҙың һорауы буйынса көн дә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, төрлө ҡорамалдар ҙа йыйылған.
Ылауҙы оҙатып барыусы Өфө ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримов билдәләүенсә, ярҙам тейәлгән «Нива» һәм УАЗ «Patriot» автомобилдәре, мотоцикл, тәгәрмәсле мунса ла башҡорт батальондарында хеҙмәт иткән яҡташ-яугирҙарға тәғәйенләнгән. Бынан тыш, УАЗ («Буханка») машинаһы өсөн запас частар, газ баллоны, газ плитаһы, ОСБ плиталар, район халҡы һәм ирекмәндәре тарафынан йыйылған һәм әҙерләнгән шәхси посылкалар оҙатылды.
Һуңғылары тураһында яугирҙарҙың әсәйҙәре тулыраҡ һөйләне. Аҡъярҙан «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмөндә медикаменттар өсөн яуаплы булған Луиза Юлбарыҫова гуманитар ярҙам йыйыуҙа артабан да шулай әүҙем һәм берҙәм ҡатнашырға саҡырҙы. «Район халҡы һәм волонтёрҙарҙың көсө менән ике ай буйы МХО-лағы егеттәрҙән килгән заявкалар буйынса кәрәк-яраҡтар, дарыуҙар, ҡиммәтле приборҙар алынды, кәрәкле медикаменттар, генераторҙар, төҙөлөш материалдары, инструменттар алынды. Ғөмүмән, бик ҙур эш башҡарылды, аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән тушёнкалар ҙа әҙерләнде. Улым бер йылға яҡын махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Игелекле хәйбуллалаларҙың ҙур ярҙамы улыма ла тейҙе – уға дизель генераторын алып ебәрҙеләр. Бының өсөн райондаштарыбыҙға, ирекмәндәргә рәхмәтемлемен, барыһына ла һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, илдә, донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләйем. Егеттәребеҙ тиҙерәк дошманды еңеп, тыуған яғыбыҙға имен-һау ҡайтһындар», – тигән теләктәрен еткерҙе Луиза Ислам ҡыҙы.
Уның һүҙҙәренә Атингән ауылынан Зөлфиә Мусина ла ҡушылды. «Һуғыш ваҡытында сит-ят балалар юҡ тиҙәр. Ысынлап та, тап ошондай ҡатмарлы тормош мәлдәрендә кешеләрҙең ябай иғтибарын һәм ярҙамға килеү теләген айырыуса ныҡ ҡәҙерләй башлайһың. Яугирҙың әсәһе булараҡ, шулай уҡ бөтә хәрбиҙәр һәм уларҙың әсәләре исеменән, тәү сиратта битараф булмаған Хәйбулла халҡына, район хакимиәтенә һәм ирекмәндәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һәр берегеҙҙең ҙур хәреф менән Кеше исемен йөрөтөү хоҡуғы бар. Һеҙ – һәр яугир өмөт иткән тыл. Тап уларҙың тырышлығы арҡаһында алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәргә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтелә. Аҡса йыйылып заманса ҡорамалдар һатып алына, ярымфабрикаттар әҙерләнә, окоп шәмдәре яһала һәм башҡалар. Атингәндәр ҙә ситтә ятып ҡалмайҙар, төрлө акцияларҙа ихлас ҡатнашып, маскировкалау селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек әҙерләй. Ә был райондаштарыбыҙ, ирекмәндәребеҙ башҡарған изге эштәр исемлегенең тик бәләкәй өлөшө генә», – тине күҙ йәштәре аша Зөлфиә Ғилметдин ҡыҙы.
Хәйбулла халҡының гуманитар ярҙамы яҡташтарына имен-һау барып етеп, һалдаттарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын!
Филүзә Ишемғолова, Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте белгесе, «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө ағзаһы:
–«Берҙәмлектә – көс» тип юҡҡа ғына йыш ҡабатламайҙар. Был юлы ла гуманитар ярҙамды йыйыуҙа бөтә район халҡы ихлас ҡатнашты. Йыйылған аҡса иҫәбенә һалдаттарға аккумуляторҙар, бензин бысҡылары, генераторҙар, домкрат, УАЗ машинаһы өсөн тент, тәгәрмәстәр, фольгоизолон, тәгәрмәсле мунса өсөн мискәләр, һауыт-һабалар, төндә күреү приборы, тепловизион прицел, биноклдәр ебәрелде. Шулай уҡ мобилизацияланған яҡташ медик-яугирҙарҙың заявкалары буйынса госпиталдәргә медикаменттар һәм дарыуҙар әҙерләнде. Беренсеһен район халҡынан йыйылған аҡса иҫәбенә, ә икенсе заявканы Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы ярҙамында ҡапланыҡ. Һәр бер яҡташыбыҙҙың посылкаһына көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, дарыуҙар һалдыҡ. Изге күңелле райондаштарыбыҙҙың тырышлығы менән үрелгән 35 маскировкалау селтәре һәм 10 маскировкалау халаты ла яҡын арала ир-егеттәргә барып етәсәк.